«Ҙур гастролдәр» федераль программаһы сиктәрендә Евгений Вахтангов исемендәге театр – Өфөлә

«Ҙур гастролдәр» федераль программаһы сиктәрендә Евгений Вахтангов исемендәге театр – Өфөлә 03.09.2016

Биш триллерҙан торған театр декорациялары, йыһаздар, костюмдар... Вахтанговсыларҙың баш ҡалабыҙға  тәүгә килеүе. Тамашалар  һигеҙ көн дауам итә. Ижади коллектив Өфөлә йәшәүселәргә һәм баш ҡала ҡунаҡтарына иң яҡшы һигеҙ спектаклен тәҡдим итә. Вахтанговсыларҙың гастролдәре -  Өфө рус дәүләт академия драма һәм «Нур» татар дәүләт театрҙары сәхнәләрендә үтә.

Мейесте хәтерләткән коллонна, бейеп тын ҡалған балерина һәм ҡара кейемдәге Евгений Онегин. Өфө сәхнәһенә Вахтангов исемендәге театрҙың билдәле спектакле күсерелгән. Сергей Маковецкий, Ирина Купченко, сағыу  костюмдар, образдар, декорациялар. Барыһы ла театр һөйөүселәрҙең юғары зауығына яуап бирә.
Кирилл Крок, Евгений Вахтангов исемендәге дәүләт академия театры директоры: «Өфөгә гастролдәргә  театрыбыҙҙың 140-лап хеҙмәткәре килде. Үҙебеҙ менән бергә 13 метрлы 5 фурала декорациялар алдыҡ. Тамашалар Мәскәү сәхнәһенән ҡайтыш булмаһын өсөн яҡтыртыу ҡорамалдары менән өҫтәмә утты арендаланыҡ».
Гастролдәрҙең тәүге көнөндә үк аншлаг. Вахтангов театрын тамашасы  йылы ҡабул итә. Өфөләр  Евгений Онегинды сәхнәнән көслө алҡыштарға күмеп оҙата.
Ольга Лерман, Евгений Вахтангов исемендәге дәүләт академия театры артисы: «Мин төп ролдәрҙең береһе -Анна Каренинаны уйнайым... Ошондай сағыу роль башҡарыуыма сикһеҙ шатмын һәм бәхетлемен».

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика