«Һуҡмаҡһыҙ юлсы»

«Һуҡмаҡһыҙ юлсы» 02.12.2014

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында башҡорт эстрадаһының  легендар йондоҙо, «Дәрүишхан» төркөмө солисы Дим Ҡоләхмәтовтың йәғни, Дим Мәннәндең яҡты иҫтәлегенә арнап төшөрөлгән документаль фильм күрһәтелде. Хәтер кисәһендә шулай уҡ рок музыканты ижад иткән йырҙар ҙа яңғыраны.

«Һуҡмаҡһыҙ юлсы» тип исемләнгән хәтер кисәһендә Дим Мәннәндең йырланмаған йырҙары ҡалмағандыр. «Дәрүишхан» төркөмө солисы 90-сы йылдарҙа башҡорт эстрадаһында рок музыкаһы жанрына нигеҙ һала, башҡарыу оҫталығы менән халыҡ һөйөүен яулай. Дим Мәннәндең ижады Калифорния рок-н-ролы музыкаһы менән ауаздаш. Биш ҡыллы музыка ҡоралынан ағылған йыр бер кемде битараф ҡалдырмай. Йырҙары заманса яңғырашлы ла, рухлы ла. Уларҙы тамашасы әле булһа яратып тыңлай.
Дим Мәннәндең яҡты иҫтәлегенә арналған кисәгә халыҡ күп килде. Саранан йыр-моң һөйөүселәр генә түгел, дуҫтары, яҡындары ла ситтә ҡалманы. Улы Данил Ҡоләхмәтов өсөн дә хәтер кисәһе онотолмаҫ тәьҫорат ҡалдырҙы.
Кисә легендар йондоҙҙоң ижадына, тормошона арналды. Дим Мәннәндең рухына бағышлап «Һуҡмаҡһыҙ юлсы» тип исемләнгән документаль фильм күрһәтелде. Ижадсының туғандары, ауылдаштары, ҡасандыр тормош юлдары киҫешкән кешеләр хәтирәләре менән уртаҡлашты. Йәш режиссер Ләйсән Мәзитова тырышлығында ижад ителгән әҫәр Дим Мәннәнде сағыу шәхес, ижадсы, сәхнә йондоҙо булараҡ асып бирҙе.
Башҡорт эстрадаһы йондоҙоноң яҡты маяғы булып хәтерҙә ҡалған сәхнә оҫтаһының ижадын үҙ итеүселәрҙе бергә йыйған осрашыу бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Дим Мәннәндең ижадына тоғро тамашасылар ижадсыны хәтерләп иланы ла, ҡушылып йырланы ла.
Азат Ғәлиуллин

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика