Һөтлө йылғалар кеҫәл ярҙарынан сыҡты 29.08.2015

Баш ҡалала бишенсе йыл рәттән уҙғарылып килгән һөт фестивале үтте. Ҡала уртаһында ысын ферма, һөт кәсептәре урамы, ательеһы, почтаһы һәм йәрминкә ... Быйылғы байрам халыҡты үҙенең күләме һәм сағыулығы менән  хайран ҡалдырҙы.

Аҡ бәхеттәр һәм сафлыҡ иленә инеү өсөн һәр кешегә бушлай таратылған һөт эсергә генә кәрәк ине. Бының өсөн байрамға ун тоннанан ашыу эсемлек  килтерелгән. Был күләм Өфөлөләр  эсеп бөтә алырлыҡ итеп иҫәпләнгән. Былтырғы фестивалдә баш ҡала халҡы һөт эсеү буйынса рекордты тап ун меңгә еткергәйне. Башҡортостанда бит иң күп һөт эсеүселәр йәшәй.
Ауылда үҫкәндәр өсөн яңы ғына һауған һөт эсеү ғәҙәти күренеш булһа, ҡала балалары өсөн иһә һыйыр ҙа экзотик хайуан күренә. Малдар бикләнгән ҡуралар балаларҙың ғына түгел , өлкәндәрҙең дә яратҡан урынына әйләнде. Бында бит республиканың иң яҡшы, һөттө күп биргән һыйырҙарын ғына килтергәндәр. Илеш районының Иркә ҡушаматлы бөйрәкәй, мәҫәлән, көнөнә утыҙ литрҙан да ашыу һөт бирә. Малҡайҙы хужалыҡтың иң алдынғы һауынсыһына ғына ышанып тапшырғандар.
Ә инде һөт илендә ысын мәғәнәһендә кеҫәл ярҙарҙан һөтлө йылғалар аҡты. Байрамға 27 етештереүсе үҙ продукцияһын ҡуйғайны. Һәр кеше башҡорт бөйрәкәйенең сифатлы һөтөн, эремсек, ҡоротон тәмләп ҡарай алды.
Һөт кәсептәре, сувенирҙары, кафеһы. Байрамда барыһы ла һөткә бәйле. Хатта, һөт иленең үҙ почтаһы ла эшләне. Теләгәндәр бушлай ғына төрлө тарафтарҙа йәшәгән яҡындарына байрам открыткалары оҙата алды. Быйылғы байрамдың үҙенсәлеге -Һөт илендә теркәлгән  никахтар. Баш ҡаланың ете районынан ете пар һөт илендә рәсми теркәлгән тәүге ғаиләләр булды.
Башҡа йылдарҙан айырмалы фестивалдә һөт фонтаны булманы. Әммә был илдә аҡ кәмей тигәнде аңлатмай. Өфө ысын мәғәнәһендә илдең һөтлө баш ҡалаһы исемен йөрөтө ала.  Эселгән һөт күләме буйынса ғына түгел, етештереү буйынса ла Башҡортостанға етеүселәр юҡ. Йәрминкәлә генә Өфө халҡы Етмеш тоннанан ашыу аҡһымға бай эсемлек һатып алған.
Киләсәктә Башҡортостан һөт ризыҡтары етештереү күләмен тағы ла арттырырға иҫәп тота. Бының өсөн мөмкинлектәр бар. Республикала ауыл хужалығы тармағында бер нисә эре проекттар тормошҡа ашырыла.
Фестиваль барлыҡ байрамдар шикелле кискә тиклем дауам итте. Әммә, башҡа тамашаларҙан  айырмалы концерт ҡарарға килгән йәштәр ҙә тик һөт ризыҡтары менән генә һыйланды. Сөнки  һөт эсеү хәҙер модала, заманса һәм шифалы ла.
Айнур Кәбиров

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика