Һәр мосолман өсөн изге һаналған Мәүлет айы тамамланыуға һанаулы ғына көндәр ҡалды

Һәр мосолман өсөн изге һаналған Мәүлет айы тамамланыуға һанаулы ғына көндәр ҡалды 04.01.2016

Яңы йылдың тәүге көндәрендә Шишмә районы Ураҙбаҡты ауылында ла халыҡ  Мәүлет байрамына йыйылды.

Ауылдаштарын  Мәүлет кисәһенә Өфөлә йәшәүсе Асия Мансурова саҡырған. Диндар ханым ата-әсәһе нигеҙенә ҡайтып байрамдар һайын  Ҡөръән уҡыта, ҡорбан салдыра. Ергә төшөрөлгән һуңғы пәйғәмбәр Мөхәммәт Ғәлиәссәләмде ҙурлап, уның тыуған көнөндә ауылдаштары менән йыйылышып Салауат әйтеү изге ғәмәлдәрҙән һанала.
Мәүлет кисәләрен ойоштороусылар, Аллаһ илсеһе - Мөхәммәт пәйғәмбәрҙе ололап мөнәжәт әйтеүселәр халыҡ алдында ғына түгел,  Хоҙай һәм изге фәрештәләр алдында лә рәхмәттәргә ирешеүселәрҙән булыр тиелә хәҙистәрҙә.  Өфөнән махсус рәүештә мөнәжәт әйтергә килеүсе  Нәзиһә Хафизова  
быға үҙ миҫалында инанған.
Шишмә районы Ураҙбаҡты ауылында мәсет 2015 йылда төҙөлә.  Имам хатип Рәйес Әминев үҙ вазифаларына яуаплы ҡарай. Ул эш башлағандан 12 кеше намаҙға баҫҡан. Йәштәрҙән өс кеше Ҡөръән өйрәнә башлаған. Мәүлет кеүек оло мәғәнәгә эйә байрамдарҙы ауыл халҡы көтөп ала.
Шишмә районы Ураҙбаҡты ауылында йәшәүселәр үҙ-ара татыу, бер-береһе менән кешелекле мөнөсәбәт ҡорорға ынтыла. Изге Ҡөръәндә күрһәтелгәнсә, ҡулы менән дә, теле менән дә насарлыҡтар эшләмәй. Мөнәжәттәр әйтелгәндән һуң, ахшам намаҙы уҡылып бөтә халыҡ урамға сығыу менән Уразбахтыларҙың изге ғәмәлен хуплағандай күктә йәйғор ҡалҡты.  


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика