«Ҡояшлы ҡоймаҡтар» 27.02.2017

Православтарҙың масленица байрамы уңайынан баш ҡалала һәм республика район-ҡалаларында күләмле саралар уҙҙы. Ҡышты оҙатыу һәм яҙҙы ҡаршы алыу йолаһы ете көн дауам итте. Ойоштороусылар аҙнаның һәр көнөн файҙалы, иҫтәлекле итеп уҙғарырға тырышты.

Ҡоймаҡ байрамын олоһо ла, кесеһе лә түҙемһеҙләнеп көткән. Салауат Юлаев майҙанына йыйылған ҡала халҡы билдәле сәхнә йондоҙҙарының сығышын ғына түгел, ә ҡоймаҡтарын да тәмләп ҡараны. Хәйриә акцияһында шулай уҡ йәмәғәт эшмәкәрҙәре лә ҡатнашты. «Ҡояшлы ҡоймаҡтар»ҙан килгән аҡса быйыл биш йәшлек Аиша Рәшитованы дауалауға тотоноласаҡ. Балаға ишетеү аппараттары һатып алыу талап ителә
Айгөл Гәрәева, «Мәрхәмәт» хәйриә фонды президенты: «Ҡыҙға ике махсус ишетеү аппараты һатып алыр өсөн 179 мең һум күләмендә аҡса кәрәк. Акцияның бер-ике сәғәтендә үк беҙ 460 мең һум йыйҙыҡ. Был аҡсалар Аиша Рәшитоваға һәм фондтың башҡа балаларына йүнәлтеләсәк».
Байрамдың төп һыйы - майлы ҡоймаҡтар менән ҡала халҡы Яҡутов паркында ла һыйланды. Төрлө милләт, төрлө быуын кешеләрен берләштергән сараны йылдағыса «Спутник ФМ» радиоһы юғары кимәлдә үткәрҙе.
Байрам иһә, ысын мәғәнәһендә Һабантуй майҙанын хәтерләтте. Радио тапшырыуҙарының билдәле алып барыусылары халыҡты йыр-моң менән дәртләндерҙе, ярышта ҡатнашыусыларҙы иҫтәлекле бүләктәр менән ҡыуандырҙы.
Роза Төхвәтова, «Спутник - 107 fm» радиоһының баш мөхәррире: «Байрамды радиотыңлаусылар һорап, көтөп ала. Шуныһы ҡыуаныслы, йылдан-йыл ҡала халҡы беҙҙең сараға күпләп килә һәм радио алып барыусылары, «Уфимская волна» фестивале еңеүселәре сығышын ҡарап һоҡлана».
Байрамға килеүселәр үҙҙәрен сәмле спорт ярыштарында ла һынап ҡараны. Аниматорҙарҙың йыр-бейеү, уйын-көлкөһө өлкәндәрҙе лә, балаларҙы ла йәлеп итте. Шуға ла күптәр ял көнөндә ғаиләләре менән ваҡытты күңелле һәм файҙалы үткәрә алыуҙарына һөйөндө.
Яҡутов паркының бер мөйөшөндә «Комсомольская правда» гәзите хеҙмәткәрҙәре лә халыҡҡа байрам кәйефе өҫтәне. Ҡала халҡы бер үк ваҡытта тәмле ҡоймаҡтар ашап, йырлап-бейеп, яратҡан баҫмаһына яҙылды.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика