«Ҡояшлы бүләк»

«Ҡояшлы бүләк» 29.11.2014

Ошо исем аҫтында Стәрлебаш халыҡ театры яңы спектакль сәхнәләштерҙе. Ижади төркөм яҡынлашып килгән Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы һәм Советтар Союзы Геройҙары Сафа Хәсәнов менән Абдулла Әхмәтовтың яҡты иҫтәлегенә арнаны.

Һуғыш осоро фотолары, һалдат хаттары, ҡаһарманлыҡ документтары. Советтар Союзы Геройы Абдулла Әхмәтовтан ҡалған иҫтәлектәрҙе улы ҡәҙерләп һаҡлай. Атаһының һанап бөткөһөҙ, шул иҫәптән юғары дәүләт наградаларын Айрат Абдулла улы Стәрлебаш ауылы музейына тапшыра. Әммә изге ниәттә бирелгән ҡомартҡынан, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, елдәр иҫә.
Элемтәсе Абдулла Әхмәтов һәм минометсы Сафа Хәсәновтың ҡаһарманлығы тарих биттәренә мәңгелеккә уйылып ҡалған. Был йәһәттән танылған шағирә Зөлфиә Ғиззәтдинова төбәк халҡына тәүге пьесаһын тәҡдим итте. «Ҡояшлы бүләк» тип исемләнеүе лә юҡҡа бирелмәне, ти автор.
Олоғайған балалар, буйға еткән ейән-ейәнсәрҙәр, шулай уҡ фронтовиктың туған-тыумасалары, яҡындары премьераға йыйылды. Сәхнә аша ҡасандыр геройҙар һөйләгән ваҡиғалар күҙ алдына килеп баҫты. Тамашасыға артистар спектакль аша ҡояшлы бүләк өләшкәндәй тойолдо. Артабан иһә Стәрлебаш халыҡ театры район буйлап гастролгә сығыуҙы планлаштыра.
Азат Ғәлиуллин

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Юсупова Гульсина Рашитовна
04.12.2014 15:06:46
Здравствуйте.В этом спектакле выступает мой сын -Юсупов Ильмир.Его  роль--ТОРМЫШ.Спектакль очень понравилась..Классно.Если можно ,это видео отправьте пожалуйста на мою электронную почту.С просьбой его мама.
автор сюжета
08.12.2014 20:31:41
здравствуйте! можно. жду вашего адреса...
Эльмира
18.02.2016 03:30:22
здравствуйте, Зульфия апа! Мы, земляки нашего Героя С.Х.Хасанова, очень хотим увидеть этот спектакль. Отправьте, пожалуйста, на нашу электронную почту.

Возврат к списку


Яндекс.Метрика