Һәләткә сикләү юҡ 20.11.2014

Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр араһында «Таланттар йондоҙлоғо» конкурсының икенсе туры үтте.

Бәйгенең тәүге һайлау этабында Өфөнән һәм  республика район-ҡалаларынан 200-ҙән ашыу бала ҡатнашҡан, уларҙың 130-ы икенсе турға үткән. Республиканың билдәле артистары, йәмәғәт эшмәкәрҙәренән торған баһалама ағзалары конкурсанттарҙың һәләтен юғары баһалай. Мөмкинлектәре сикләнһә лә, ижадҡа сикләү юҡ, тип билдәләй улар.
Конкурстың маҡсаты - мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәрҙең ижади һәләтен үҫтереү, уларҙы йәмғиәткә яраҡлаштырыу. Йәш таланттар үҙ оҫталығын йыр,  бейеү, шиғыр һөйләү, ҡул менән ишаралап йырлау, музыка ҡоралдарында уйнау кеүек төрлө номинацияла һынаны.
Байрам һуңында һәр балаға тәмлекәстәр өләшелде. Ә «Таланттар йондоҙлоғо» конкурсы еңеүселәре  8 декабрҙә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында үтәсәк гала-концертта билдәләнә.  
Лилиә Фәйзуллина

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика