Иртәгә Өфөлә Волга буйы ҡурсаҡ театрҙары фестивале асыла

  Иртәгә Өфөлә Волга буйы ҡурсаҡ театрҙары фестивале асыла 25.09.2014

Республикала икенсе тапҡыр ойошторолған байрамда быйыл Татарстандан , Ульяновск, Тольятти, Ырымбур ҡалаларының һәм шулай уҡ Ҡаҙағстандың Аҡтүбә ҡалаһының «Алаҡай»  ҡурсаҡ театрҙары ҡатнаша. Фестиваль 30 сентябргә тиклем дауам итә.

Тамашасыларҙы был көндәрҙә сағыу тамашалар көтә. Ижади коллективтар балаларға үҙҙәренең иң яҡшы спектаклдәрен тәҡдим итһә, актерҙар өсөн мәҙәни сара тәжрибә уртаҡлашыу һәм аралашыу майҙансығына әйләнәсәк. Фестиваль һуңында еңеүселәр асыҡлана. Әйткәндәй, иң яҡшы спектаклде кескәй жюри ағзалары үҙҙәре билдәләй. Бының өсөн баш ҡала мәктәптәренән һәләтле һәм йәмәғәт, мәҙәниәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан балалар һайлап алынған.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку