Өфөнөң  Аксаков ял һәм мәҙәниәт паркында йәштәр байрамы үтте 22.09.2014

Уны ҡала округы хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте буйынса комитеты,  «Башарт» ижади ойошмаһы һәм «Индиго» психологик-медик-социаль үҙәге  ойошторҙо. Сарала йыл буйы  барған конкурстарға йомғаҡ яһалды.

«Йәштәр төҫө» граффити конкурсында ҡатнашыусылар Аксаков паркының бетон стеналарына үҙ репертуарынан һүрәт төшөрҙө. Улар төрлө йүнәлештә, әммә бөтәһе лә тәрән йөкмәткеле. Сағыу буяуҙар ярҙамында Республика көнө алдынан Башҡортостанға бағышланған триптих, айыу-бүреле бетеү, һыу карабы хасил булды. Мансур Зыяҡаев йәштәрҙе айыҡ тормошҡа саҡырыусы граффити эшләне. Кефир һауытын ҡояш нурҙары солғаған образлы һүрәт егеттең уйына иртән генә килгән.

Мансур Зыякаев, граффити оҫтаһы: «Эш символдар менән башҡарылды. Мин унда тәбиғәт, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыу һәм энергияны сағылдырырға тырыштым».

Парктың икенсе мөйөшөндә «Айыу ихатаһы» тарихты тергеҙеү клубы рус халҡының боронғо тормошон күрһәтте. Клубҡа йөрөүсе йәштәр элекке көнкүреш әйберҙәрен, һуғыш ҡоралдарын үҙҙәре яһай, хатта кейемдәрен дә тегә. Уларҙың һәр ҡайһыһы төрлө быуат һәм төбәк вәкилдәрен сағылдыра.

Руслан Шәрипов, «Айыу ихатаһы» клубы ағзаһы: «Бындағы өс егет боронғо Рәсәйҙә йәшәүселәрҙе сағылдыра, беребеҙ далала көн иткән халыҡтарҙың костюмында, ә мин Франк империяһы осорондағыса кейендем. Хәҙерге заманда энә-еп алып төймә таҡҡан йәштәрҙе күрмәҫһең, ә беҙ үҙ ҡулдарыбыҙ менән тегеп кейҙек».

Йәштәр араһында конкурс йыл һайын уҙғарыла. Быйылғыһы урамда бейеү һәм һүрәт төшөрөү йүнәлештәрен үҙ эсенә алған. Байрамда коллективтар төрлө стилдәге бейеү менән сығыш яһаны. Улар араһында еңеүселәр билдәләнде.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика