Үҙенсәлекле моңо менән меңдәрҙең һөйөүен яуланы

Үҙенсәлекле моңо менән меңдәрҙең һөйөүен яуланы 27.01.2016

Популяр йырсы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Вәсилә Фәттәхованы халыҡ таланты, ихласлығы өсөн яратты. Сәхнәгә тәүгә сығыуынан уҡ тамашасы күңелен яулаған йырсы 36 йәшендә ваҡытыһыҙ арабыҙҙан китте. Вәсилә Фәттәхова менән хушлашыу иртәгә Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында иртәнге сәғәт унда үтә.

Ябайлығы, сибәрлеге, яғымлылығы менән  тамашасы һөйөүен яулаған Вәсилә Фәттәхова.  Уның күп йырҙарын халыҡ яттан белә. «Тыуған яҡ» йыры төрлө милләт йыр-моң һөйөүселәрҙе әсир итеп, популяр хитҡа әйләнде.
Башҡорт халыҡ йырҙарын, бигерәк тә «Зөлхизә»не яратып башҡарған Белорет ҡыҙы тәүге ижад юлын Башҡортостандың халыҡ артисы Айҙар Ғәлимовтың студияһында башлай. Юлында осраған барлыҡ ауырлыҡтарҙы ла  Вәсилә Фәттәхова тыныс, сабыр еңеп сыҡты, ти ижадташ дуҫтары уның тураһында.
Беҙҙең телеканалға биргән һуңғы интервьюһында ул тыуған яғы Белорет районын яратыуын, мөмкинлек булған һайын ҡайтып урарға тырышыуын билдәләй. Йырсы Башҡортостандан ситкә китергә тигән уйы булмауын, Өфөлә йәшәп ижад итеүен, тормошон ғаиләһенә арнауын да йәшермәй. Тамашасы яратҡан йырсыһын «ҙур йондоҙ» булараҡ күргәндә, ғәмәлдә, Вәсилә Фәттәхова бары тик ябай һәм алсаҡ кеше булып ҡала белде.
Вәсилә Фәттәхова башҡарыуындағы йырҙарҙы меңдәр араһынан танырға мөмкин. Тауышы үҙенсәлеге, халыҡсанлығы менән айырыла. Үҙе китһә лә, уның йырҙары тамашасылары күңелендә йәшәй һәм йәшәйәсәк...

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика