Үҙенсәлекле милли мираҫ 01.03.2016

Дыуан районының Вознесенка ауылында йәшәүселәр төбәккә хас халыҡ сәнғәтен ҡәҙерләп һаҡлай. 18 быуатта өс губерниянан күсеп ултырған рус милләте әлегәсә үҙ диалектында аралаша.

Төбәктә ойошторолған мәҙәни сараларҙа боронғо стилдәге милли кейемдәрҙә сығыш яһай. Әйтәйек, урындағы халыҡ башҡарған йырҙар ҙа боронғо үҙенсәлеген һаҡлай. Быға айына ике-өс тапҡыр байрам сараларын уҙғарыу ҙа булышлыҡ итә. Әле дыуандар 2020 йылда республикала уҙасаҡ Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерләнә.
Любовь Чулкова , фольклор коллективы етәксеһе: «Был төбәккә халыҡ өс өлкәнән күсенеп килгән. Улар бер-береһенән милли үҙенсәлектәренең төрлөлөгө менән айырылһа ла, уртаҡлыҡтары ла бар. Әлеге сәхнә кейемдәрен дә беҙ төрлө китаптар аша өйрәнеп, тергеҙҙек. Был турала мин ғилми хеҙмәт яҙҙым».

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика