Әүҙем ял һәм экстримды үҙ итеүселәр Ямал-ненец автономиялы округына юллана ала 27.10.2016

Баш ҡалала был төбәктең йәштәр сәйәсәте һәм туризм департаментының күсмә коллегияһы уҙғарылды. Улар Башҡортостанда йәшәүселәргә яңы туристик маршруттар тәҡдим итте. Шуларҙың береһе «Айыу тауы» тип атала. Сәйәхәт Пуровск районында ойошторола. Был маршрут Рәсәй кимәлендәге конкурста ла еңеп сыға. Департамент етәксеһе Эльвира Тимерғәзина әйтеүенсә, илдең эске туризмын үҫтереү өсөн, тәү сиратта, төбәктәр араһында бәйләнештәрҙе нығытырға кәрәк.

Эшлекле осрашыуҙа шулай уҡ Башҡортостан туризмы хаҡында ла һүҙ барҙы. Ҡунаҡтарҙы  тау саңғыһы курорттары, Бөрйән районы  тәбиғәте, Өфөнөң экскурсия маршруттары, шифаханалар менән таныштырҙылар. Шулай уҡ балаларҙың ялын ойоштороуға бәйле һорауҙар ҙа күтәрелде. Дәүләт Думаһында ҡаралған яңы закон проекты был йүнәлештәге бар етешһеҙлектәрҙе лә юҡ итер, тип көтөлә.
Инга Йомашева, Рәсәй дәүләт думаһы депутаты: «Бөгөн беҙ Ямал-ненец автономиялы округының ведомство етәкселәре менән балаларҙың ялын ойоштороуға ҡуйылған яңы талаптар хаҡында һөйләштек. Барыһы ла закон проектының етди ҡаралыуын һәм үҙ көсөнә инеүен көтә. 2017 йылда  ғәзиз кешеләренең хәүефһеҙлеге өсөн ата-әсәләрҙең ышанысы артырға тейеш».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика