Әҙәби троллейбус 25.04.2015

Бөгөн Өфөлә китаптар менән йыһазландырылған электр транспорты маршрутҡа сыҡты.

Троллейбус ҡуҙғалыр алдынан Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм башҡа ҡунаҡтар өсөн экскурсия ойошторола. Бына ул - тыштан республика гәзит-журналдары рәсемдәре менән биҙәлгән әҙәби троллейбус. Шулай уҡ «Уҡый торған троллейбусҡа рәхим ит тигән» саҡырыу ҙа пассажирҙарҙы ылыҡтырып тора.
Троллейбусҡа инеүгә пассажирҙарҙы китап кәштәләре ҡаршы ала. Унда башҡорт, рус классикаһы, гәзит-журналдар алып уҡырға мөмкин.
Маршрут бик күңелле үтте. Әҙәби троллейбуста һуғыш тураһында йыр-моң яңғыраны. Юлда ултырыусы пассажирҙар ҙа сараға ихлас ҡушылды. Шулай уҡ ҡунаҡтар үҙҙәренең теләктәрен, тәҡдимдәрен еткерҙе.
Был троллейбуста пассажирҙар ике ҡуяндың ҡойроғон тота. Беренсенән ниндәйҙер белем алһа, икенсенән, китап уҡығанда урамдағы транспорт тауышы ла, мотор гөрләүе лә ишетелмәй. Ваҡыт та тиҙ үтә.
Әҙәби троллейбус Еңеү паркынан Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театрына тиклем  йөрөй. Үҙенсәлекле трансортты йыл дауамында Өфө урамдарында ла күрергә мөмкин буласаҡ.
Аймара Рәхимова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика