Әҙәбиәт йылы яҙыусы, Жәлил Кейекбаев, Рамаҙан Өмөтбаев  исемендәге премиялар лауреаты Лира Миңлеәхмәт ҡыҙы Яҡшыбаева өсөн емешле ижад менән үткән 12.01.2016

Уның Бөйөк Еңеүҙең етмеш йыллығына «Ҡанатлы баһадир», халҡыбыҙ изгеләре серияһының беренсе китабы «Мөжәүир хәҙрәт», «Зәйнулла ишан», «Хәҡиҡәт баҫҡысына үрләгәндә» китаптары донъя күргән.

«Һылыу ҡарағас» исемле хикәйәләр китабынан башланған әҙәби ижад бөгөн ун бишләп китап күләмендә. Лира Яҡшыбаеваның ҡәләменең үҙенсәлеге - ул башҡалар тотонмаған һирәк һәм халыҡҡа танһыҡ  рухи темаларҙы яҡтырта. Халҡыбыҙҙың рухи батшаһы булған суфый Зәйнулла ишан хаҡында китап сығыуы - Башҡорт әҙәбиәтендә оло ваҡиға.
Яҙыусының ижад лабораторияһы - алты шкафтан торған архив материалдарынан  һәм бай китапхананан тора. «Изгеләр тормошон яҡтыртыусы автор киң мәғлүмәтле, белемле, тарихи факттарға таянып эш итергә тейеш», - тигән фекерҙә Лира Яҡшыбаева.
Уның фекерләү ҡеүәһенә, егәрлелегенә йәштәр ҙә көнләшерлек. Хаҡлы ялға сығыу менән әҙәби ижадҡа тотоноуы бер ҙә юҡҡа түгел. Тормош тәжрибәһе, белеме, тарихи шәхестәр яҙмышын ентекле өйрәнеүе уның эҙәрмән рухлы ханым икәнлеген иҫбатлай.
Манһыр әүлиәһе Мөжәүир хәҙрәт, үҙ заманының иң уҡымышлы кешеһе, дин әһеле - Ғабдулла Сәиди, алтмыш тел белеүсе ғалим Жәлил Кейекбаев хаҡында уҡымлы китаптар кәштәләрҙә саңланып ятмай, халыҡ уларҙы ҡулдан-ҡулға йөрөтөп уҡый. Кешеләргә изгелектәр ҡылып, бәрәкәт, ҡот  килтереүсе шәхестәрен ҡайтарыусы Лира Яҡшыбаева  тамашасыларға ла изге теләктә ҡала.
Лира Яҡшыбаева үҙ ижадында илһөйәрлек, телһөйәрлек, гуманлыҡ идеяларын яҡтырта. Әҙибәнең  уҡыусылары  яҙыусынан яңы  асыштар, заманса идеялар менән һуғарылған уҡымлы әҫәрҙәр көтәп ҡала.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика