Әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге Шәйхзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһына быйыл 12 ижадсы дәғүә итә

Әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге Шәйхзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһына быйыл 12 ижадсы дәғүә итә 08.09.2015

Аҙна һайын беҙ өмөтлө, алдынғы ҡарашлы йәштәр менән таныштыра барабыҙ. Бөгөнгө геройҙарыбыҙ Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры режиссеры Альберт Имаметдинов менән «Башҡортостан» гәзите хәбәрсеһе Айгиз Баймөхәмәтов. Ике өлкә белгесе. Береһе сәнғәт, икенсеһе әҙәбиәт донъяһы.

Ҡурсаҡтар донъяһы. Театр коллективы яңы ижад миҙгеленә әҙерләнә. Актерҙар режиссер менән берлектә бар көстәрен репетицияларҙа түгә. Эш ҡыҙыу. Ни тиһәң дә сәхнә әҫәре кескәй тамашасы өсөн әҙерләнә. Иң ҡаты тәңҡитсеһе лә бит балалар. Уларҙың күңелен яулар өсөн бар булмышың менән бала булыу кәрәк, ти актерҙар. Әҫәр Альберт Имаметдинов режиссерлығында сәхнәгә сығарыла.
Уның яуаплылығында актерҙар башҡарған ролдәрҙе тыңлау үҙе бер кинәнес, нисектер шул ҡурсаҡтар донъяһына барып ингәндәй булаһың. Йәш режиссер үҙе лә «балалар», «ҡурсаҡтар», «тәрбиә» тигән һүҙҙәргә баҫым яһай. Был аңлашыла ла: кескәйҙәр иң тәүҙә барыбер ҡурсаҡ менән таныша. Уның аша донъяға баға, уйынсығына булған иғтибарын да бүлә. Шуға ла ҡурсаҡ театры, тәү сиратта, тәрбиәүи йәһәттән мөһим роль уйнай ҙа инде, тигән фекерҙә режиссер.
Башҡорт әҙәбиәте донъяһының өмөтлө яҙыусыһы Айгиз Баймөхәмәтов та яңы эҙләнеүҙәр өҫтөндә. «Башҡортостан» гәзите хәбәрсеһе күптәргә «Ҡалдырма, әсәй!» тип аталған повесы аша яҡшы таныш. Был әҫәрҙә һөйләнелгән ваҡиғалар автор яҙмышына бәйле. Шулай ҙа, ул документаль түгел, ә художестволы әҫәр. Әлеге ваҡытта Айгиз яңы хикәйәһе өҫтөндә эшләй. Ул да халыҡ күңеленә барып етер тигән фекерҙә.
Шуға ла Айгиз әҫәрҙәрендә йәмғиәттә күргән-белгәненән сығып, мөмкин тиклем ябай һүҙҙәр менән тасуирларға тырыша. Әйткәндәй, авторҙың тап «Ҡалдырма, әсәй!» повесы тиҙҙән сәхнә әҫәренә тиклем үҫтереләсәк. Тамашасы уны Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт дәүләт академия драма театрының яңы ижад миҙгелендә ҡарай аласаҡ. Бөгөнгө заман балаһы бик үҙенсәлекле. Улар һәр нәмәне үҙенсә ҡабул итә, һәр һүҙҙе күңеленә һеңдерә. Бында инде ҡурсаҡ-актерҙың яңылыш фекер әйтеүе лә, уйламайынса хәрәкәттәр эшләүе лә күҙ уңынан ысҡынмай. Театр коллективы тәү сиратта балалар иғтибарын йәлеп итеү өсөн тырыша.
Азат Ғәлиуллин

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика