Әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге Шәйхзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһына дәғүә итеүселәр асыҡланды 20.08.2015

Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, конкурста ҡатнашыуға 27 кандидаттың 12-һе һайлап алынған.

Әҙәбиәт өлкәһендә абруйлы премияға «Ҡалдырма, әсәй!» китабы өсөн йәш яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтов, «Яңынан тыуыу» шиғырҙар йыйынтығы авторы Алмас Шаммасов дәғүә итһә, архитектура өлкәһендә «Башкиргражданпроект» проект институтының авторҙар коллективы, республикала мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлаусы Рөстәм Әлибаев тәҡдим ителгән. Иң күп кандидаттар сәнғәт өлкәһенән. Улар: Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының йәш ижадсылары,  Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ  театры режиссеры Альберт Имаметдинов, Рәссамдар Союзынан Вера Фролова менән Айгөл Ишбирҙина,  кларнетист, Мәскәү филармонияһы артисы Артур Нәзиуллин , «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһынан Ләйсән Мәзитова, Милли симфоник оркестр артисы Илшат Мөслимов, Мостай Кәримов исемендәге Милли йәштәр театры актеры Шәһит Хамматов һәм Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрынан Андрей Брынцев. Комиссия улар араһынан өс еңеүсене билдәләй. Премияның күләме 150 мең һум. Лауреаттарҙы ҡотлау тантанаһы Республика көнөндә үтә.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика