«Башҡорт йыры», «Юлдаш йыр»  конкурстары  менән бер рәттән быйыл «Уфимская волна» радиоконкурсы ла экрандарға сыға 18.09.2014

Халыҡ таланттарын сәхнәгә сығарыу маҡсатында эшләп килгән тапшырыуҙар - яңы телевизион миҙгелдә яңы форматта.

«Башҡорт йыры» телевизион конкурсының икенсе турына ҡатнашыусылар смс тауыш биреү һөҙөмтәһендә үткән. Был турҙағы иң ҙур һынау - халыҡ йырын оҫта башҡарыу. Ул һәр кемдең дә көсөнән килмәй. Финалға иң-иңдәр генә сыға. Телевизион конкурс профессиональ йырсылар араһында үтә. Теләге һәм аҡсаһы булған һәр кем сәхнәне яулаған заманда халҡыбыҙҙың быуаттан-быуатҡа тапшырылып килгән йыр хазинаһын һаҡлап, халыҡҡа еткереүселәрҙе тәрбиәләү маҡсатында эшләй был проект. Элеккеләренән айырмалы рәүештә быйыл конкурсанттар мастер кластар алмай, үҙ уҡытыусылары менән әҙерләнә.

«Юлдаш йыры» конкурсында иһә йыр-моңға һәләте һәм теләге булған һәр кем ҡатнаша ала. Быйыл ул бишенсе тапҡыр ойошторола. Дәғүәселәр араһында төрлө һөнәр эйәләре бар. Финалға 24 кеше үткән. «Билдәле булырға бер ҡасан да һуң түгел» тигән саҡырыу менән эшләгән конкурс биш йыл дауамында йөҙҙәрсә исем асты.

Күңелендә йыр йөрөткәндәрҙе сәхнәгә сығарыу, халыҡҡа еткереүсе тағы ла бер проект - «Спутник ФМ» радостанцияһындағы «Уфимская волна» фестивале. Шансон, рок, поп - конкурста төрлө стилдә башҡарыусылар ҡатнаша ала. Радиотыңлаусылар бәйгеселәр менән иртәнге сәғәттәрҙә эфир тулҡындарында танышып бара. Быйыл фестиваль тәүге тапҡыр телевизор экрандарына сыға. Уны Башҡортостан юлдаш телеканалында һәр йома төнгө 12 тула 15 минутта ҡарап буласаҡ. Әйткәндәй, премьераны оҙаҡ көтәһе түгел. Тәүге тапшырыу 19 сентябрҙә тамашасы хөкөмөнә сығарыла. Шуны ла билдәләргә кәрәк: был проект Рәсәйҙәге радиостанциялар араһында иң яҡшы музыкаль тапшырыу тип билдәләнде һәм алтын микрофон алды.

Яна Сотникова, «Спутник ФМ» радиостанцияһы алып барыусыһы: «Беҙҙең « Уфимская волна» конкурсында 16 йәше тулған һәр кем үҙен һынап ҡарай ала. 60-ты үткәндәр ҙә килә.Ҡатнашыусылар быйыл күберәк, улар республиканан, Рәсәйҙән генә түгел, сит илдән дә бар».

Йыл буйы барған бәйгеләрҙең иң ҡыҙған мәле. Ҡатнашыусылар финалға үтергә тырыша. Абруйлы баһалама комиссия ағзалары ҙур сәхнәгә лайыҡлыларҙы ғына сығарыу өсөн эшләй. Конкурстарға йомғаҡ ноябрь аҙағында һәм декабрҙә гала-концерттарҙа яһала.

Рәмилә Исмәғилева


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика