Журналист, Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты  Айгиз Баймөхәмәтовтың «Ҡалдырма, әсәй!» повесын хәҙер әҙербайжан телендә лә уҡырға мөмкин 16.01.2017

Күптән түгел әҫәр республиканың төп әҙәби «Ulduz» журналында баҫылып сыҡты. Уны әзербайжан теленә  Айгун Яшар тәржемә иткән. «Башҡортостандың иң яҡшы китабы» VIII республика конкурсы еңеүселәре рәтенә ингән «Ҡалдырма, әсәй!»ҙе  шулай уҡ рус, татар, сыуаш, ҡаҙаҡ телдәрендә лә уҡырға мөмкин.

Әлеге ваҡытта әҫәр үзбәксәгә тәржемә ителә. Яҙыусы былтыр «Әкиәтһеҙ бала саҡ» тип аталған икенсе китабын, тәүге әҫәренең дауамын яҙҙы. Ул 5000 дана булып донъя күрҙе. Бөгөнг Айгиз Баймөхәмәтов әзербайжан әкиәттәрен башҡорт теленә тәржемә итеү өҫтөндә эшләй.
«Хыялға ҡаршы» героик булмаған повесы буйынса ҡуйылған спектаклде лә тамашасы бик йылы ҡабул итте. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры  былтыр Бүрәт Республикаһында уҙғарылған Халыҡ- ара театр фестивалендә ҡатнашып, ике махсус премияға лайыҡ булды.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика