Заман талабы

Заман талабы 14.02.2015

Бөгөн бер төркөм сығарылыш синыфы уҡыусылары рус теле һәм география буйынса Берҙәм дәүләт имтихандарын ваҡытынан алда тапшырҙы. Һынау баш ҡаланың 71-се урта мәктәбендә үтте. Унда алдағы йылдарҙағы сығарылыштар, география фәнен уңышлы тамамлаусы унынсы  синыф уҡыусылары ҡатнашты.

Талаптар ярайһы уҡ ҡаты. Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырырға килгән уҡыусыларҙы мәктәп ишегенән үк металл эҙләү ҡоролмаһы ярҙамында тикшерҙеләр. Ғәҙәттәгесә, аудиторияға телефон индереү ҡәтғи тыйыла, үҙең менән ручка, паспорт, һыу, шоколад ҡына алырға мөмкин. Шулай ҙа ҡыҙҙар-егеттәр үҙҙәренә ышанысын юғалтмай. Төп маҡсат -  тәҡдим ителгән эштәрҙе өс -өс сәғәт ярым эсендә уңышлы башҡарыу. Бөгөн рус теленән 22 кеше һынау тотһа, өс егет география фәнен өҫтәмә имтихан итеп һайлаған.
Былтыр республикала имтихан барышында тиҫтәгә яҡын кеҫә телефонын файҙаланырға маташыу осрағы теркәлгән.  Әлбиттә, ҡағиҙәләҙе боҙоусы уҡыусылар аттестатһыҙ ҡалған. Өфөнән Әлинур Ялмырҙин да улар иҫәбендә. Шулай ҙа егет юғалып ҡалмаған. Туғыҙ класс базаһы нигеҙендә Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжына уҡырға ингән.
Бөгөн эштәр имтихан башланыуға 15 минут ҡалғас, аудиторияла принтер аша баҫтырылды. Сәғәт ун тулыуға уҡыусылар янында тикшереүсе һәм йәмәғәт күҙәтеүсеһе генә ҡалды. Имтихан барышында шулай уҡ видеокүҙәтеү ҡоролмаһы эшләне.
Анастасия Семенова, йәмәғәт күҙәтеүсеһе: «Беҙ имтихандың намыҫлы үтеүе өсөн яуап бирәбеҙ. Уҡыусыларға ҡамасауламаҫ өсөн, шундай ҡағиҙә бар: аудиторияла тик бер генә йәмәғәт күҙәтеүсеһе булырға тейеш».
Быйылғы Берҙәм дәүләт имтихандарына ярайһы ғына үҙгәрештәр ҙә индерелгән. Әйтәйек, декабрҙә мәктәп уҡыусылары һынауҙа ҡатнашыу рөхсәтен алыр өсөн инша яҙҙы. Шулай уҡ ҡайһы бер фәндәр буйынса ла ҡағиҙәләр хәҙер башҡаса.
Әлмира Ғәниева, Башҡортостандың мәғариф өлкәһен күҙәтеү һәм контроль идаралығы етәксеһе: «Быйыл математика буйынса Берҙәм дәүләт имтиханы база һәм профилле кимәлдәргә бүленгән. Һуңғыһы буйынса уңышлы һынау тотҡандар техник йүнәлештәге юғары уҡыу йортона уҡырға инә ала. Шулай уҡ сит телдәр буйынса өҫтәмә егерме балл йыйыр өсөн имтиханда телдән яуап бирергә кәрәк буласаҡ».
Быйыл Башҡортостанда Берҙәм дәүләт имтиханын егерме меңдән ашыу уҡыусы тапшыра. Рус теле һәм математиканан тыш, күптәр өҫтәмә предмет булараҡ физика менән йәмғиәтте өйрәнеү фәндәрен һайлаған. Имтихандарҙың төп этабына тиклем бер нисә ай ваҡыт бар. Тимәк, әҙерлек кимәлен күпкә яҡшыртырға була.
Гөлназ Хәйбуллина

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика