Йылдың тәүге уңышы 21.01.2016

Баймаҡ уҡыусылары Өфөлә уҙған башҡорт теле һәм әҙәбиәте, астрономия буйынса олимпиаданың төбәк-ара этабында призлы урындар яуланы. Еңеүселәр фекеренсә, олимпиадала ҡатнашыу тағы ла сәмләнеп уҡырға дәрт өҫтәй.  

Олимпиадаға райондан бөтәһе алты кеше бара, шуларҙың өсәүһе уңышҡа өлгәшкән. Олимпиадаға ошондай көслө уҡыусылар әҙерләүсе уҡытыусылар ҙа маҡтауға лайыҡ. Әҙерлек бер ай, йыл эсендә генә түгел, ә даими алып барылырға тейешле.
Баймаҡ лицей-интернатынан йыл да уҡыусылар әүҙемлек күрһәтә һәм юғары һөҙөмтәләргә ирешә. Быйыл Сәлхиә Йәнирҙина һәм Сафа Ишҡыуатов әҙерләгән уҡыусылар призерҙар булып ҡайтты.
Әйтергә кәрәк, быйылғы ярышта башҡорт милләтенән булмаған уҡыусылар ҙа үҙ көсөн һынай. Был төркөмдә 4-се лицей уҡыусыһы Дмитрий Байков юғары һөҙөмтәлөр күрһәтә. Сәсәнлек бәйгеһендә лә ул һынатмай.
2-се мәктәптән барыбыҙға ла билдәле һәләтле уҡыусы Рөстәм Астафьев астрономия буйынса районыбыҙҙың намыҫын яҡлауға ла ирешкән. Бында ул тәүгә генә ҡатнашмай. Бынан тыш ул инглиз теленән, математиканан, информатиканан республика кимәлендәге оимпиадаларҙа ҡатнашасаҡ

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика