«Йыл уҡытыусыһы – 2017» республика конкурсының абсолют еңеүсеһе Юлия Линдт донъя художество мәҙәниәтенән уҡыта

«Йыл уҡытыусыһы – 2017» республика конкурсының абсолют еңеүсеһе Юлия Линдт донъя художество мәҙәниәтенән уҡыта 10.04.2017

Өфөнөң 52-се лицейында эшләүсе педагогҡа сирек быуатлыҡ  тәжрибәһе, алдынғы технологиялар ҡулланып эшләүе мәртәбәле бәйгелә уңышлы сығыш яһарға ярҙам иткән.

Интерактив таҡта, яңы технологиялар ҡулланып эшләү - уңыштың яртыһы ғына тигән ҡарашта талантлы педагог Юлия Линдт. Иң мөһиме, уҡыусылар менән уртаҡ тел табыу, заман балалары менән бер тулҡында булыу. Үҙ предметын биш бармағылай белгән Юлия Аркадьевна бар булмышын донъя художество мәҙәниәтен өйрәнеүгә арнай, үҙ белемен балаларға ҡыҙыҡлы формала еткерергә тырыша. Тормошто интернет ялмап алғанда, дәрестәр ҙә виртуаль ысынбарлыҡҡа әйләнә.
Юлиә Линдт уҡыусыларына ғына түгел, үҙенә ҡарата ла талапсан. «Йыл уҡытыусыһы – 2017» республика конкурсында абсолют еңеүсе тип танылыуы - ныҡышмаллыҡ, эшһөйәрлек һөҙөмтәһе. Һөнәри бәйгенең этаптары үтә ҡатмарлы, ә педагогтар араһында ла конкуренция көслө була. Шулай ҙа  сирек быуатлыҡ хеҙмәт багажы булған уҡытыусы был ҡаршылыҡтарҙы уңышлы йырып сыға. Донъя художество мәҙәниәтен төплө белеү Юлия Аркадьевнаға таныш булмаған мәктәптә дәрес үткәргәндә лә кинәнеп эшләргә мөмкинлек бирә.
Юлия Линдт, «Йыл уҡытыусыһы – 2017» республика конкурсының абсолют еңеүсеһе: «Был предмет минең һәләттәремде, ижади мөмкинлектәремде асырға ярҙам итә. Үҙем художество мәктәбен тамамлағайным, шуға был йүнәлештә һөҙөмтәле эшләргә теләгем ҙур. Бөйөк рәссам, музыкант  була алмаһам да, уҡытыусы булараҡ юғары уңыштарға өлгәштем. Профессиональ оҫталығымды балаларға еткерә алыуым өсөн шатмын».
Республиканың талантлы уҡытыусыһы матурлыҡҡа, сәнғәткә ғашиҡ, һүрәт, картиналар төшөрөргә ярата, кабинетындағы ремонтты ла үҙе эшләгән. Педагог, тәү сиратта, синыфта балаларға белем тауына үрләр өсөн ижади мөхит тыуҙырырға тейеш, тигән ҡарашта ул. 52-се лицей коллективы ла Юлия Линдтың республика конкурсында лайыҡлы сығыш яһарына  шикләнмәгән.
Төбәк конкурсында абсолют еңеүсе булыу тағы ла ҙурыраҡ бурыстар йөкмәтә. Юлия Аркадьевна тиҙҙән Башҡортостан данын Сочиҙа үтәсәк ил кимәлендәге «Йыл уҡытыусыһы – 2017» конкурсында яҡлаясаҡ. Әйткәндәй,  педагог үҙе лә ҡасандыр 52-се лицейҙа белем алған. Ғөмүмән, коллективтың күбеһе тап ошо белем усағын тамамлаған белгестәр. Шуға уҡытыу сифатын яҡшыртыуға, яңы алымдар ҡулланып эшләүгә улар һәр ваҡыт ашҡынып тора.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика