Йыл буйы йәйге каникулды көтөп алған балалар ял-һауыҡтырыу лагерҙарында көс туплай

 Йыл буйы йәйге каникулды көтөп алған балалар ял-һауыҡтырыу лагерҙарында көс туплай 24.06.2016

Баймаҡ районының «Орленок» лагерында ял итеүсе  малай-ҡыҙҙар ҙа ваҡыттарын күңелле үткәрә. Ошо көндәрҙә лагерҙа  ата-әсәләр көнө уҙҙы.

Ҡунаҡтарға  балалар, тәрбиәселәр һәм вожатыйҙар көсө менән әҙерләнгән  концерт тәҡдим ителде. Сәхнәлә күңелле йырҙар яңғыраны, дәртле бейеүҙәр башҡарылды. Ата-әсәләр шулай уҡ килгән  ял итеүселәрҙең йәшәү шарттары менән дә таныша алды. Ата-әсәләргә шулай уҡ балалары менән  2-3 сәғәт ял итеү мөмкинлеге лә  бирелде. Шулай ҙа  бер генә бала ла улар менән ҡайтып китеү теләген белдермәне. Был инде вожатыйҙар балаларға күңел  йылыһын биреп эшләүен, каникул мәлендә лә уларҙың һәләтен асыҡлап, үҫтереү бурысы ҡуйыуын күрһәтте.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика