Юғары уҡыу йорттары алдында барыһы ла тиң

Юғары уҡыу йорттары алдында барыһы ла тиң 23.07.2015

Йәғни вуз абитуриенттары - мәктәп, колледж, техникум тамамлаусылар өсөн уҡырға инеү ҡағиҙәләре бер төрлө буласаҡ. Әлегә был тик һүҙҙә генә, шулай ҙа киләсәктә  Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыу  барыһы өсөн дә мотлаҡ талапҡа әйләнәсәк. Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы был яңылыҡты хуплап сыҡҡан.  

Юғары уҡыу йорттарына ғына түгел, урта махсус белем биреү учреждениеларына ла сират ҙур. Абитуриенттар документтарын тапшырып ҡалырға ашыға. Өфө медицина колледжында ғына өс меңгә яҡын ғариза ҡалдырылған.
Әлегә техникум, колледж тамамлаусыларға  юғары уҡыу йортона ингәндә ташлама бар. Сығарылыш синыф мәктәп уҡыусыларынан айырмалы рәүештә, улар тест һорауҙарына яуап бирергә, әңгәмә үтергә тейеш. Яҙма эш, инша ла булыуы ихтимал. Рәсәй Мәғариф һәм фән министры Дмитрий Ливанов белдереүенсә, киләсәктә был ташламанан баш тартырға тура киләсәк. Йәғни барлыҡ абитуриенттар ҙа Берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырырға тейеш була. Урта махсус белем биреү учреждениеһында үтелгән дәрестәр үҙ көсөндә ҡала - улар уҡыу барышында иҫәпкә алынасаҡ. Яңы башланғыс раҫланһа, ҡабул итеү комиссияһының эше кәмер тип көтөлә. Федераль мәғлүмәт системаһынан барлыҡ абитуриенттарҙың да белем кимәле күренәсәк.
Был яңылыҡтан Гөлсирен Йосопова бер ҙә ҡурҡмай. Туғыҙынсы класты тамамлаған ҡыҙ колледжда ла Берҙәм дәүләт имтиханындарына етди әҙерләнергә, биология менән химияны ныҡлап үҙләштерергә була, ти. Артабан университетҡа инеүе лә еңел, тип иҫәпләй.
Әлбиттә, был бер яҡлы ғына фекер. Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, күптәр туғыҙынсы кластан һуң техникум, колледждарға уҡырға инеп, Берҙәм дәүләт имтиханынан, йәғни яуаплылыҡтан ҡасырға теләй. Әммә «Йәш гвардия»сылар ташламаларҙы инҡар итеүгә юл ҡуйырға ярамай, тигән фекерҙә. Киләсәктә урта махсус белем биреү учреждениеларының абруйы төшөүе ихтимал. Әлегә хәрәкәт вәкилдәре петицияға ҡултамғалар йыя. Үҙҙәренең мөрәжәғәтендә улар ташламаны һаҡлап ҡалырға саҡыра.
Гүзәл Вәлиева, «Йәш гвардия» хәрәкәтенең матбуғат хеҙмәткәре: «Әгәр был ташламаны артабан ҡулланмаһалар,  колледж, техникум тамамлаусыларға яңы һөнәр үҙләштереүменнә бергә Берҙәм дәүләт имтихандарына ла әҙерләнергә кәрәк буласаҡ. Был бик ауыр, әлбиттә. Һуңғы курста белем алыусыларға диплом яҙырға ла кәрәк бит».
Әлегә петицияға меңдән ашыу ҡултамға ҡуйылған. Мәсьәләгә йәштәр ҙә, ололар ҙа битараф түгел. Урта махсус белем биреү учреждениеларында белем алыусыларҙың хоҡуҡтары өсөн көрәш дөрөҫ йүнәлештә бара, ти улар.  Шулай ҙа ташламанан баш тартҡан осраҡта ла белемлеләр юғалып ҡалмаҫ, тиеүселәр ҙә бар.  Ни тиһәң дә, Берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырыу сифаты Башҡортостанда йылдан-йыл яҡшыра.
Гөлназ Хәйбуллина

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика