Ысынбарлыҡ бәхәстә асыла

Ысынбарлыҡ бәхәстә асыла 23.05.2017

Бер төркөм башҡорт йәштәре дебат уйындарында көс һынашты. Күнекмәләр фекереңде нигеҙләп әйтә белеү оҫталығын шымартыу маҡсатын ҡуя. Белгестәр фекеренсә, барыһының да теле туған телендә асыла.

Кешенең аң кимәлен  әсә телендә үҫтереү, бәхәстәрҙә уңышлы сығыш яһау өсөн мөмкинлек бирә. Шуға ла башҡортса дебат уйындары ойоштороу тураһында тәҡдим яңғыраҡас та төрлө уҡыу йорттарында белем алыусы 3 тиҫтәгә яҡын йәш кеше уны дәррәү күтәреп ала.
Дебат уйыны боронғо сәсәндәр әйтешен хәтерләтә. Командаға бүленеп йәштәр үҙ фекерен яҡларға тейеш. Башҡорт дәүләт университетының тарих факультеты магистранты Ғаяз Бикбулатов бәхәсләшә белеү шәхестең фекерләү ҡеүәһен сағылдыра тигән фекерҙә. Был оҫталыҡты тәүҙә туған телдә, артабан кешелек һөйләшкән башҡа телдәрҙә лә камиллаштырырға була.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика