Ҡыштың тәүге көнөндә яңы автобус 02.12.2014

Өфөнөң  25-се урта белем биреү мәктәбенең, ниһәйәт, үҙ транспорты булды.

«Мәктәп автобусы»  маҡсатлы федераль программаһы буйынса алынған автобус Нижегородка биҫтәһендә йәшәүсе уҡыусыларҙы ташыясаҡ. Маршрут автобустары һирәк йөрөү сәбәпле,  балаларға мәктәпкә барып етеү ярайһы ҡыйынлыҡтар тыуҙырған. Хәҙер инде автобус алыҫ йәшәүсе уҡыусыларҙы алдан билдәләнгән маршрут буйынса йөрөтәсәк. Транспортта балалар хәүефһеҙлеге  өсөн яуаплы кеше  билдәләнгән. Яңы автобус шулай уҡ уҡыусыларҙы  башҡа мәктәптәрҙә уҙғарылған төрлө ярыштар һәм мәҙәни сараларға ойошҡан рәүештә йөрөтөү мөмкинлеге бирә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика