Ҡыш йылы буласаҡ 19.08.2016

Һәр хәлдә Өфөнөң Тимашев ҡасабаһында урынлашҡан 36-сы мәктәп уҡыусылары һәм 156-сы балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре өсөн. Йәнәш торған биналарҙы йылытыусы ҡаҙанлыҡта план буйынса торбалар алмаштырыла.

Газ ҡырҡҡысы иң ҡалын тимерҙе лә ҡағыҙҙы киҫкәндәй һә тигәнсә икегә бүлә. Өҫтәүенә уны киҫкәндә күҙҙең яуын алырҙай сағыу төҫтәр, матур осҡондар хасил була. Баш ҡаланың 76-сы ҡаҙанлығында планға ярашлы мейесте яңыртыу бара. Йылытыу системаһының коллекторы һәм торбалары алмаштырыла. Үҙгәрештәр ҡаҙанлыҡҡа ҡеүәт өҫтәмәйәсәк, әммә, белгестәр әйтеүенсә,  был шарт талап ителмәй ҙә.  
Дамир Ғиннуров, 76-сы ҡаҙанлыҡ мастеры: «Был ҡаҙанлыҡта ике мейес урынлаштырылған, уларҙың дөйөм ҡеүәте сәғәтенә 3 гигакалорий тәшкил итә. Бында күп энергия талап ителмәй, шуға ҡаҙанлыҡ ярты көсөнә эшләй. Миҫал өсөн, 9 ҡатлы йорт яҡынса сәғәтенә ноль бөтөн ундан һигеҙ гигакалорий сарыф итә».
Ҡаҙанлыҡ Өфөнөң Тимашев ҡасабаһындағы мәктәп һәм балалар баҡсаһын һалҡындарҙан һаҡлай. Инде 55 йыл эшләп килгән йылытыу ҡоролмаһы бинаһында хатта элек күмер индереү өсөн ҡулланылған ишектәр ҙә һаҡланған. Ярты быуат ваҡыт үтеүенә ҡарамаҫтан, ҡаҙанлыҡ бер ваҡытта ла һынатмаған.
Ринат Миһранов, Өфөнөң 36-сы мәктәбе директоры:  «Ҡаҙанлыҡ бер ваҡытта ла сафтан сыҡҡаны булмаһа ла, уны планға ярашлы төҙөкләндереү, әлбиттә, кәрәк. 36-сы мәктәп һәм 156-сы балалар баҡсаһына яҡынса 500 бала йөрөй. Уларҙы йылыһыҙ ҡалдырыу енәйәткә тиң».
Торбалар һәм коллекторҙы алмаштырғас эшкә ташсылар тотонасаҡ. Улар кирбестән бейеклеге ике ярым, киңлеге 2 метрҙан ашыу мейес һалырға тейеш. Бөтә эштәр йылытыу миҙгеле башланғанға тиклем тамам булырға тейеш.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика