Ҡырым ярымутрауы уҡытыусылары Башҡортостан мәғарифы менән таныша

Ҡырым ярымутрауы уҡытыусылары Башҡортостан мәғарифы менән таныша 13.10.2015

Төп маҡсат - милли телдәрҙә уҡытыу системаһын нығытыу. Тәжрибә майҙансығы тип республиканың һайлап алыныуы юҡтан түгел, төбәктә был юҫыҡта эштәр көйләнгән. Белем усаҡтарында алты телдә уҡытыу алып барылһа, 14 тел предмет булараҡ өйрәнелә.

Әлегә Белогорск районынан килгән делегация Миәкә районының Сатый ауылында урынлашҡан белем усағы, ундағы уҡытыу процессы менән танышҡан да инде. Бынан тыш, түңәрәк өҫтәлдәрҙә  мәҙәниәт, тарихты өйрәнеүгә, милләт-ара килешеүҙең формалашыуына  ҡағылышлы мәсьәләләр ҡаралды.
Ҡырым вәкилдәре Башҡортостандағы белем биреү системаһының юғары кимәлдә булыуын билдәләне. «Бында алынған  тәжрибә уҡытыу һәм тәрбиә эшендә мотлаҡ кәрәк», - тип белдерҙе улар. Шулай уҡ ҡунаҡтар өсөн баш ҡала буйлап бай мәҙәни  программа ла ҡаралған. Әйтәйек, бөгөн делегация Республика милли музейы менән танышты.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика