Яңы йылға ҙур бүләк 31.12.2015

Шишмә районы Алкин шифаханаһы ауылында ниһайәт, мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы сафҡа индерелде. 160 урынға иҫәпләнгән «Тирмәкәй» балалар баҡсаһының асылыуы төбәктә сират мәсьәләһен хәл иткән. Иң мөһиме, урындағы халыҡҡа хәҙер сабыйҙарҙы күрше ауылдарға йөрөтөргә кәрәкмәй, социаль объект ауыл үҙәгендә урынлашҡан.

Теүәл ике йыл элек төҙөлә башлаған балалар баҡсаһы кескәйҙәрҙе ҡабул итергә әҙер. Мәктәпкәсә учреждениены асыу тантанаһында алтын асҡыс етәксе ҡулына тапшырылғас та, кескәйҙәр, ата-әсәйҙәр, килгән ҡунаҡтар өсөн бина буйлап тәүге экскурсия, шулай уҡ бай йөкмәткеле концерт программаһы ойошторолдо.
Малай-ҡыҙҙар ҡыуанысын йәшермәне. Улар  шиғыр-йырҙары менән һөйөндөрҙө. Быйма бейеүе булһынмы, "Ҡояшҡай"мы - тамашасылар бәләкәстәрҙең һәр сығышын көслө алҡыштарға күмде. Ә бит ошоғаса Алкин шифаханаһы ауылында балалар баҡсаһы булмай. Был ата-әсәләргә ҙур уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра. Ниһайәт,  киҫкен мәсьәлә хәл ителде.
Алкин шифаханаһы ауылында күбеһенсә йәш ғаиләләр йәшәй. «Балалар баҡсаһы төҙөлдө, хәҙер мәктәп асылыуын көтәбеҙ», -тип һөйөнә ата-әсәләр .
Юлиә менән Раил Исҡужиндар ул һәм ҡыҙ үҫтерә. Кескәйҙәрҙең икеһе лә «Тирмәкәй»гә йөрөйәсәк. Улар  менән әсәһе декрет ялында инде өсөнсө йыл ултыра, хәҙер ҡатын эшкә урынлашырға йыйына. Иң мөһиме, балалар ҡараулы буласаҡ.
Шишмә районында хәҙер 3 - 7 йәшлек балаларҙың мәктәпкәсә учреждениеға сираты бөткән. Ә «Тирмәкәй»гә күрше ауылдарҙан да малай-ҡыҙҙарҙы урынлаштырыу ҡаралған.
Социаль объект эстән генә түгел, тышҡы яҡтан да сағыу биҙәлеше менән айырылып тора. Биләмәлә уйын майҙансыҡтары булдырылған, асфальт түшәлгән, видео күҙәтеү камералары ҡуйылған.
Ауыл үҙәгендә урынлашҡан мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы 11 ғинуарҙан  эшләй башлай. Әлегә бында өс төркөм тупланған. Мартта уларҙың һаны һигеҙгә тиклем етер тип көтөлә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика