Яңы уҡыу йылына заманса төҙөкләндерелгән белем усағы 30.08.2016

Дүртөйлө ҡалаһында капиталь ремонттан һуң 5-се мәктәп үҙ ишектәрен асты. Өс ҡатлы бинаны яңыртыуға һәм уны кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырыуға 60 миллион һум самаһы аҡса тотонолған. Сығымдар «Башнефть» компанияһы тарафынан бүленгән.

Дүртөйлө ҡалаһының 5-се мәктәбе  80-се йылдар аҙағында төҙөлә. Ошо ваҡыттан алып мәктәптә спорт йүнәлеше әүҙем үҫешә, белем усағы айырыуса каратэ буйынса киң билдәлелек яулай. Әммә сирек быуаттан ашыу ғүмер эсендә  бер тапҡыр ҙа ремонт яһалмай. Бина таушала,  ҡыйығынан һыу үтә башлай. Хәлдәр бынан өс йыл элек төбәккә республика етәксеһе килгәс кенә үҙгәрә. Ул саҡта Рөстәм Хәмитов  мәсьәләне кисекмәҫтән хәл итергә, белем усағын төҙөкләндерергә,  спорт майҙансыҡтарын да заманса үҙгәртергә ҡуша.  
Әйткән һүҙ - атҡан уҡ тигәндәй, республика етәксеһе килеп ҡайтҡандан һуң, белем усағында капиталь ремонт эштәре башлана. Был осорҙа балаларға ҡаланың башҡа мәктәптәренә йөрөп уҡырға тура килә. Төҙөкләндереү ике этапта алып барыла. "Башнефть" компанияһы ярҙамы менән 2014 йылда проектҡа 40, ә икенсе йылына 20 миллион һум самаһы аҡса бүленә.  
Ремонт эштәре барышында белем усағы танымаҫлыҡ булып үҙгәрә. Мәктәпте асыу тантанаһында билдәләнеүенсә, хәҙер уҡыусыларға белем тауына артылыу өсөн барлыҡ шарттар ҙа тыуҙырылған.  
Тәҙрәләр, ишектәр, һыу үткәргес һәм йылытыу системалары яңыртылыу менән бер рәттән, мәктәптең спорт объекттары ла төҙөкләндерелгән. Бынан ары  балалар уҡыу йылы дауамында даими таҙартылып торасаҡ бассейнда шөғөлләнәсәк. Мәктәп ихатаһындағы резиналы ямпа түшәлгән спорт майҙансығы ла үҙенә тартып тора. Иң мөһиме, белем усағы түшәменән  хәҙер һыу тамып тормаясаҡ -  бинаның ҡыйығы заманса материалдар менән ябылған.
Ике көндән республика мәктәптәрендә беренсе ҡыңғырау яңғыраясаҡ. Тулыһынса төҙөкләндерелгән 5-се мәктәптә быйыл  850 бала белем аласаҡ. Уларҙың барыһына ла хәҙер бер сменала уҡыу мөмкинлеге бар. «Башнефть» компанияһы ярҙамы менән әлеге ваҡытта республиканың тағы ла бер нисә мәғариф усағында төҙөкләндереү эштәре дауам итә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика