Яңы уҡыу йылына - яңы мәктәп 24.08.2016

Бөрйән районы үҙәгендә сираттағы белем усағын файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана. Быйыл парта артына ете йөҙгә яҡын бала ултырасаҡ.

Алты йәшлек Азамат мәктәпкә тулыһынса әҙер тиһәк тә була, ҡулынан "Әлифба"һын төшөрмәй. Беренсе синыфтан уҡ тик бишле билдәһенә уҡырға, белем усағын алтын миҙалға тамамларға ниәтләй. Ата-әсәһе иһә оло улдарының әленән үк тырыш, ныҡышмал, аралашырға яратыусан булыуына ҡыуанып бөтә алмай. Бәләкәй малайҙары ла ағалары артынан эйәрер әле.
Азаматтың бәхетенә, район үҙәгендә яңы мәктәп төҙөлөшө лә теүәлләнә. Дүрт ҡатлы бинаны әле үк Иҫке Собханғолдың йөрәк тибеше тип атайҙар. Был юҡҡа түгел. Уҙған йылдарҙа уҡыу-уҡытыу процессы уңайһыҙ шарттарҙа алып барылған. Кабинеттар  етмәү сәбәпле, балалар ике сменала белем алған. Бөгөн ата-әсәләр, балалар бар талаптарға ла яуап биргән, заманса объекттың файҙаланыуға тапшырылыуын көтә. 1 сентябргә тиклем ваҡыт аҙ, шуға төҙөүселәр бригадаһы  менән бер рәттән уҡытыусылар ҙа бында бал ҡортондай тырышып эшләй. Яңы мебель, ҡорамалдарҙы кабинеттар буйлап таратып, синыф бүлмәләрен йыйыштыралар.
Әлегә бинаны эске яҡтан биҙәкләү эштәре тәүге ҡат менән баҫҡыс майҙансығында ғына ҡалған. Мәктәп директоры Гәрәй Йомағолов билдәләүенсә, уҡыусылар өсөн ике спортзал, 200 урынлыҡ тамаша залы һәм музей ҙа эшләйәсәк. Кабинет системаһы барлыҡҡа килгән.
Проект буйынса яңы мәктәп төҙөлөшөнә республика бюджетынан барлығы 402 миллион һум аҡса бүленә. Был матди ярҙам районда мәғариф системаһын яҡшыртыуға ла булышлыҡ итә.
70-се йылдарҙа төҙөлгән элекке мәктәптең иһә хәҙер ҡыйығы юҡ, әммә уны һүтеү мәсьәләһе  ҡаралмай. Ни тиһәң дә, район үҙәгенә күрше ауылдарҙан да килеп уҡыйҙар.
Яңы белем усағы ҡаршыһындағы был бина киләсәктә интернатҡа әйләнәсәк. Ул 120 урынға иҫәпләнгән. Һәр бүлмәлә өсәр генә бала йәшәйәсәк. Төҙөүселәр декабргә тиклем уның өсөнсө ҡатын күтәртеп, капиталь ремонт эшләргә йыйына.
Иҫке Собханғол ауылы үҙәгендә урынлашҡан яңы объекттар - уҡыусыларҙа белем тауына үрләргә теләген дә арттырыр тигән өмөт бар. Яңы мәктәптә сыңлаясаҡ тәүге ҡыңғырауҙы бында түҙемһеҙләнеп көтәләр.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика