Яңы уҡыу йылына яңы мәктәп

Яңы уҡыу йылына яңы мәктәп 27.08.2014

Белоретта 1 сентябрь көнө  тулыһынса төҙөкләндерелгән белем усағы сафҡа инә. Ҡаланың 1-се һанлы мәктәбе бай тарихлы, алдынғы педагогик коллектив туплаған учреждение һанала. Яңыртылған белем усағы уҡытыу кимәлен тағы ла юғарыраҡ күтәрер тип көтөлә.

Төҙөкләндереү ике йыл дауам итте. Уның сиктәрендә мәктәптең иҫке бинаһы яңыртылды, шулай уҡ башланғыс синыфтар өсөн айырым бина, ике йылы үткәүел һәм спорт залы төҙөлдө. Бөтә кабинеттар заманса йыһазландырылған. Бынан тыш, йыл аҙағында мәктәп бассейны ла әҙер буласаҡ. Уның оҙонлоғо - 25 метр. Яңы комплекс уҡыусыларҙың сәләмәтлеген нығытыуға булышлыҡ итеп кенә ҡалмай, бында яңы чемпиондар ҙа тәрбиәләнер, тип ышана мәктәп етәкселеге.
Андрей Портнов, Белорет ҡалаһының 1-се урта белем биреү мәктәбе директоры: «Төҙөкләндереү ике йыл дауам итеүенә ҡарамаҫтан, педагогик коллектив тулыһынса һаҡлап ҡалынды, уҡыусылар ҙә мәктәптәренә тоғро булып ҡалды, биш кеше самаһы ғына икенсе белем усағын һайланы. Яңы уҡыу йылын яңы пландар менән башларға торабыҙ».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку