Яңы уҡыу йылына водителдәр ҙә әҙерләнә 19.08.2016

Яңауылда Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре мәктәп автобустарының төҙөклөгөн тикшерҙе. Рейд барышында техник етешһеҙлектәрҙең булыу-булмауы, мәҫәлән, руль системаһы, дворниктарҙың эшкә яраҡлығы ҡаралды. Әгәр бар йәһәттән дә талаптар уңышлы үтәлмәгән икән, автобус маршрут буйынса юлға сыҡмай. Ике аҙна эсендә водителдәр техниканы ремонтлап өлгөрөргә тейеш.

Эдуард Әхмәҙишин, ЮХХДИ инспекторы: «Тикшереү барышында транспорттың техник торошо ғына түгел, документация ла ҡарала. Әлегә етешһеҙлектәр күп түгел. Автобуста аптечка, йә ут һүндергес юҡ».

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика