Яңы уҡыу йылын яңы мәктәптә

Яңы уҡыу йылын яңы мәктәптә 01.09.2014

Нуриман районының Ҡыҙыл шишмә ауылы балалары беренсе сентябрҙе өр яңы белем усағында  ҡаршы алды. Мәктәптә 260 бала белем аласаҡ. Шул иҫәптән 33 уҡыусы парта артына тәүге тапҡыр ултырҙы. Мәғариф учреждениеһын мәктәп тип кенә әйтеү дөрөҫ түгел. Бында бер ҡыйыҡ аҫтында 110 урынға иҫәпләнгән балалар баҡсаһы, бассейнлы спорт комплексы ла урынлашҡан. Ҡыҙыл Шишмә ауылы халҡының шатлығын Рөстәм Хәмитов та уртаҡлашты.

Балалар ысынлап та был мәктәпте түҙемһеҙлек менән көткән. Иҫке уҡыу йорто үткән быуаттың илленсе йылдары аҙағында төҙөлгән һәм ул замана талаптарына яуап бирмәй башлаған. Яңыһы иһә ысын мәғәнәһендә белем  ҡорамы. Уның ҙурлығы һәм йыһазландырылышына ҡала халҡы ла көнләшерлек. Бындай мәктәптә илебеҙҙең лайыҡлы граждандары тәрбиәләнәсәгенә шик юҡ, тине Рөстәм Хәмитов Ҡыҙыл Шишмә халҡын икеләтә байрам менән ҡотлап.
Ә балалар һынатмаясаҡ. Иркен һәм яҡты бүлмәләрҙә башҡаса уҡыу мөмкин түгел. Кескәйҙәр ҙә был яуаплылыҡты яҡшы аңлай.
Балаларҙың яҡшы өлгәшеүенә мәктәптә бар шарттар ҙа тыуҙырылған. Яңы йыһаздар, инновацион уҡытыу ҡоролмалары һатып алынған. Төрлө станоктар менән йыһазландырылған хеҙмәт бүлмәһе, мәҙәниәт усаҡтары көнләшерлек тамаша  һәм күләмле ярыштар үткәрерлек спорт залы. Хәҙер Ҡыҙыл Шишмә ауылы мәктәбе тотош районда иң ҙур һәм матур белем усағы тиергә лә мөмкин.
Николай Черпанов, Ҡыҙыл Шишмә ауылы мәктәбе директоры: «Был тиклем ҙур мәктәпте хеҙмәтләндереү ҙә кәрәк. Беҙ киләсәктә түләүле өҫтәмә белем биреүҙе яйға һалырға иҫәп тотабыҙ. Мәктәптә музыка мәктәбе лә эшләйәсәк. Бынан тыш балалар баҡсаһында бассейн да эшләй. Был беҙгә  коммерция нигеҙендә өҫтәмә белем биреү мөмкинлеге бирә».
Белем усағының сафҡа инеүе менән  балалар баҡсаһына булған мохтажлыҡ та бер юлы хәл ителде. Бында мәктәп менән бер ҡыйыҡ аҫтында 110 урынға иҫәпләнгән балалар баҡсаһы урынлашҡан. Быға тиклем кескәйҙәр ике иҫке бинаға айырым йөрөһә. Хәҙер мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы берләштерелде. Мәктәп һәм баҡсаның бер ерҙә урынлашыуы балаға башланғыс синыфтарҙан алып урта белем алғансы баҫҡыстарҙы эҙмә-эҙлекле үтеү мөмкинлеге бирә.
Айнур Кәбиров

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку