Яҙғы бал биш меңгә яҡын сығарылыш синыф уҡыусыһын берләштерҙе 20.05.2017

Бөгөн Өфөнөң Совет майҙанында ун беренселәр бейеү байрамы ойошторҙо. Егет-ҡыҙҙар баш ҡала халҡын буласаҡ һөнәре, киләсәккә ҡуйған маҡсаттары менән дә таныштырҙы.

Мөхәмәт Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейы уҡыусылары баш ҡалала асылған сығарылыш синыфы уҡыусылары аллеяһында фотоһүрәттәрен күреп ҡыуанды. Элина, Айгүзәл, Урал ун бер йыл буйы бергә уҡып, яҡын дуҫтарға әйләнгән. Буласаҡ журналист, программист ҡыҙҙарға һәм әленән күп еңеүҙәргә ирешкән спортсы егеткә мәктәп менән айырылыу еңелдән түгел.
Пушкин урамында асылған сығарылыш синыфы уҡыусылары аллеяһын ҡарарға меңдәрсә кеше йыйылды. Унда ун беренселәрҙең фотоһүрәттәренән тыш, кем булырға теләүҙәре хаҡында рейтинг менән дә танышырға мөмкин ине. Күптәр инженер, табип, юрист булырға хыяллана, 69 кеше Йыһанға  осорға теләй.
Ҡыҙҙар һәм егеттәр бер-береһенең ҡыҙыл таҫмаһына изге теләктәрен яҙып, маҡсаттарының тормошҡа ашыуын да теләне. Университетта яңы танышлыҡтар көтөлһә лә, мәктәптәге дуҫлыҡ - иң нығы һәм көслөһө.
Барабан тауышы аҫтында Башҡортостандың киләсәге ҡулға-ҡул тотоношоп, бер сафта Совет майҙанына ағылды. Өфө үҙәге бер көнгә бейеү майҙанына әйләнде. Сығарылыш синыфы уҡыусылары һуңғы айҙарҙа уҡыуҙан һуң репетицияларға йөрөп, Яҙғы балға әҙерләнгән.
Шатлыҡлы ла, шул уҡ ваҡытта моңһоу ҙа сара алтынсыға үткәрелеүгә ҡарамаҫтан, йыл да меңдәрсә тамашасыны йыя. Майҙанда тиҫтәгә яҡын бейеү ҡуйылды, хәрәкәттәрҙе тиҙерәк яһағанда йөрәк тибеше йышайған кеүек май аҙағына яҡынлашҡас ун беренселәр ҙә нығыраҡ тулҡынлана башлай.
Күккә төрлө төҫтәге шарҙарҙы осороу ҙа байрамға йәм өҫтәне. Сәхнәнән яңғыраған һәр теләкте ун беренселәр ихлас ҡабул итте. Алда уларҙы яңы еңеүҙәр һәм ҡаҙаныштар көтә.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика