Яҡты хәтер 18.11.2016

Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылындағы 1-се  мәктәптә күренекле тарихсы-этнолог Ринат Йосоповтың тыуыуына 65 йыл тулыуға арналған кисә үтте. Ғалимға белем усағы алдында таҡтаташ асылды.

Сарала тарихсы-этнологтың яҡындары, хеҙмәттәштәре, мәктәп уҡыусылары ҡатнашты. Абруйлы ғалим Баш­ҡор­тостан этнологияһына ҙур өлөш индергән. Ул Көньяҡ Уралдың боронғо һәм бөгөнгө халҡы антропологияһының башҡорт ғилми мәктәбен,  республикала һәм күрше өлкәләрҙә йәшәгән баш­ҡорттар буйынса Рәсәй­ҙә­ге иң ҙур краниология коллекцияһын булдырған. Ҡасандыр Ринат Мөхәмәт улы тамамлаған мәктәп, уның иҫтәлеген ҡәҙерләп һаҡлай. Белем усағы музейында ғалимдың тормош юлы һәм ижадына арналған мөйөш бар.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика