Ҡыңғыраулы мәктәп йылдары

Ҡыңғыраулы мәктәп йылдары 25.08.2014

Май айында ғына оҙатып ҡалған  ҡыңғырау сыңы балаларҙы хәҙер уҡырға  саҡыра. Тотош ғаиләләр был көндәрҙә магазин-баҙарҙар буйлап йөрөй. Йылдың үҙенсәлеге шунда: улар араһында балалары быйыл Башҡортостан мәктәптәренә барыусы Украина ҡасаҡтарын да күрергә мөмкин.

Бер баланы мәктәпкә әҙерләү өсөн 5-6 мең һум кәрәк тигән фаразыбыҙ дөрөҫ булманы. Нисек кенә арзанды эҙләһәләр ҙә, бер уҡыусыға кейем һәм башҡа кәрәк-яраҡ алыуға ата-әсәләргә кәмендә 10 мең һум аҡса сығарырға кәрәк. Ата-әсәләр - хаҡына, ә балалар матурлығына һәм биҙәлешенә ҡарай. Коллегабыҙ Ленария Ямалетдинованың улы Нурислам быйыл I класҡа бара. Бәхәстә Нурислам еңде. Әсәһе уңайлырағын алырға тырышһа ла, малай автомат патроны макеты эленгән сумканы алды. Атайҙар бик бошоноп бармаһа ла, әсәйҙәр ныҡ һайлана. Улар араһында мәктәп формаһы эҙләп күрше өлкәләргә барып ҡайтыусылар ҙа табылды. Ҡыҙы Әҙиләне мәктәпкә әҙерләүсе Розалиә Усманова ла әйберҙе ете ҡат үлсәп кенә ала. Мәктәпкә әҙерләнеү тарихында быйылғы йыл үҙенсәлекле килеп сыҡты. Украина ҡасаҡтары ла республикала йәшәүсе ата-әсәләр менән бергә баҙар-магазиндар буйлап саба. Донецктағы һуғыштан Башҡортостанда һыйыныу тапҡан Александра Костицынаның ғаиләһе лә бөгөн юрғанына ҡарап аяғын һуҙа.
Александра Костицына, Украина ҡасағы: «Ҡыҙым «Авангард» гимнастика клубында шөғөлләнә. Тренерҙар Алина Азат ҡыҙы менән Яна Азат ҡыҙына рәхмәт. Ирем көнлөксө булып эшкә урынлашты, аҡсаһын көн дә алып тора. Шунлыҡтан баланы мәктәпкә әҙерләү өсөн әйберҙе берәмләп һатып алабыҙ».
Башҡа сығымдар ҙа көтә. Мәктәпкә барған көндән төрлө түләүҙәр башлана, ти ата-әсәләр. Йыл буйына был аҡсалар ҙа кәмендә 10 мең һумға барып баҫа. Алға ҡарап йәшәүсе тәжрибәле әсәләр быны үҙҙәре һынап ҡараған.
Ришат Миндияров

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку