Йәйге каникул ваҡытында мәктәп уҡыусылары йыл һайын үткәрелеүсе «Йәй һәм китап» ҡала конкурсында ҡатнашты

Йәйге каникул ваҡытында мәктәп уҡыусылары йыл һайын үткәрелеүсе «Йәй һәм китап» ҡала конкурсында ҡатнашты 16.09.2016

Быйыл 22-се тапҡыр уҙғарылған акцияла меңдән ашыу бала ҡатнашып, егерме биш меңгә яҡын китап уҡылған. Яңы уҡыу йылы башланыу менән иң әүҙем китап уҡыусыларҙы бүләкләү тантанаһы үтте.

Рәсәй киноһы йылына арналлған «Йәй һәм китап» конкурсында ҡаланың бөтә балалар китапханалары ҡатнашты. Ете йәштән ун ете йәшкәсә балалар дүрт этаптан торған конкурста юғары әүҙемлек күрһәткән. Улар йәйге каникул ваҡытында кәмендә егерме китап уҡып, үҙҙәренә оҡшаған  фильм йәки йәнһүрәт геройын һынландырып, шиғыр, хикәйә ижад иткән. Кинотеатрҙа фильм ҡарап,  үҙенсәлекле фотоға төшкән.
Диана Мәжитова 9-сы синыфҡа уҡырға барған. Каникулын тырыш ҡыҙ яратҡан әҫәрҙәрен уҡып үткәргән. Конкурс шарттарын теүәл үтәп, призлы урын алған. Уңған ҡыҙҙың күргәҙмәлә ҡул эштәре лә ҡуйылған. Диана киләһе йыл «Йәй һәм китап» конкурсында еңеүсе исемен алырға уйлай.
Сарала ҡатнашыусылар кинотеатр фойеһында уҙғарылған ҡыҙыҡлы уйындарҙа, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты. Кинотеатр залдарында үҙҙәре төшөргән видеороликтарҙы, концерт ҡарап кинәнде. Әҙәби акция үҙ маҡсатына иреште. Уҡыусылар бер майҙанға йыйылып, уҡылған китаптары тураһында фекер алышты.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика