Йәйге каникул тамамланыуға бара, мәктәптәр  яңы уҡыу йылына  әҙерме? 13.08.2014

Был көндәрҙә ҡабул итеү комиссияһы Өфөнөң Киров районына ҡараған белем усаҡтары торошон  тикшерә. Уның һөҙөмтәһендә 18 мәктәптең 11-е тейешле талаптарға яуап биреүе һәм беренсе сентябрҙә уҡыусыларҙы ҡабул итергә яраҡлығы  асыҡланды. Шулай ҙа, етешһеҙлектәр ҙә юҡ түгел.

Белем усағында ғәҙәттән тыш хәл була ҡалһа ошондай тауыш уны иҫкәртергә тейеш. Киров районының 45-се мәктәбендә янғын хәүефһеҙлеген тикшереү байтаҡ ваҡытҡа һуҙылды. Сөнки бинала бер нисә урында системаның эшләмәүе асыҡланды. Ә иң мөһиме - эвакуация юлдары ябыҡ булып сыҡты.
Ишектәрҙе махсус кнопка аша асыу хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирмәй. Тимәк, бер-бер хәл була ҡалһа,  йөҙҙәрсә кеше ҡамауҙа ҡала тигән һүҙ. Мәктәптә меңдән ашыу бала уҡый. Уҡытыу ике сменала алып барыла.  
Александр Елпаев, Өфөнөң янғын хәүефһеҙлеген күҙәтеү буйынса дәүләт инспекторы: «Иң мөһиме, балаларҙы эвакуациялау, урамға сығыу юлдары ирекле булырға тейеш. Әле уҡыу йылы башланыуға ваҡыт бар. Был етешһеҙлек бөтөрөлөр. Дөйөм алғанда мәктәптәрҙең торошо ыңғай тип билдәләргә була».
Комиссия  уҡыу кабинеттары,  спорт залы,  ашхана , аш бешереү блогының  тейешле талаптарға яраҡлығын тикшерҙе. Медицина пунктының  кәрәкле препараттар , ҡорамалдар менән тулылығында ла   тайпылыштар күҙәтелмәне. Буяу еҫе аңҡып тора, был ғәҙәттәгесә, йәйге каникул ваҡытында төҙөкләндереү эштәренең  тулы кимәлдә үтеүе хаҡында һөйләй. Мәктәп яны участкаһы  ла тәртиптә, ул гөл-сәскәгә күмелгән.
Тағы ла мөһим  мәсьәлә -  мәктәп янында  юл ҡағиҙәләре билдәләре булыуы. Комиссия ағзалары был тәңгәлдә әллә ни ҙур етешһеҙлектәр тапманы.    
Альбина Төхвәтуллина, Рәсәй эске эштәр министрлығы  идаралығының  Өфөләге юл-патруль станцияһы инспекторы: «Белем усаҡтары эргәһендә юл хәрәкәте дәүләт стандарттарына ярашлы ойошторола. Кәрәкле билдәләр булмаһа юл хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы тарафынан коммуналь хеҙмәт етәкселәренә күрһәтмә бирелә. Был йәһәттән етешһеҙлектәр юҡ».
Дөйөм алғанда, мәктәптәрҙең торошо яҡшы тип билдәләне комиссия.  Етешһеҙлектәрҙе  беренсе сентябргә тиклем  төҙәтергә ваҡыт бирелде. Яңы уҡыу йылында  мәуктәптәрҙә  хәүеф хаҡында белдереүсе тауыш түгел,  ә дәртле ҡыңғырау сыңлауы ғына яңғырап торор. Ентекле, ғәҙел үткәрелгән  рейд  быға ышаныс бирә.
Рәмилә Исмәғилева

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика