Йәштәр яҙмышын билдәләй 12.07.2016

Юғары уҡыу йорттары  абитуриенттарҙан документтар ҡабул итә башланы. Университет һәм институттарҙың ҡабул итеү комиссиялары көсөргәнешле режимда эшләй.

20 июндән Башҡортостандың юғары уҡыу йорттары ишеге  абитуриенттарға  асыҡ. Уҡырға инергә теләп  ғариза яҙыусы һәр абитуриенттың паспортындағы  мәғлүмәт компьютерға  теркәлә. Өфө дәүләт авиация-техник университеты ҡабул итеү комиссияһының яуаплы сәркәтибе Алексей Елизарьев фекеренсә,  документтар күпләп физиканан Берҙәм дәүләт имтихандары һөҙөмтәләре әҙер булған көндә - 4  июлдә тапшырылған. Был көндө 850 ашыу ғариза ҡабул ителгән.
Алексей Елизарьев, Өфө дәүләт авиация-техник университеты ҡабул итеү комиссияһының яуаплы сәркәтибе: «Беҙҙең юғары уҡыу йортонда - 2000 бюджет урындары бүленгән. Айырым квота менән уҡырға инеүселәр өсөн дә маҡсатлы ҡабул итеү башҡарыла. Бюджет урындары үҙгәрмәне, былтырғы кимәлдә ҡалды. Берҙән-бер яңылыҡ - сит ил студенттары өсөн - авиацион двигательдәрҙе проектлау һөнәренә  инглиз телендә белем алыу мөмкинлеге булдырылған».
Өфө авиция-техник университетында хәрби уҡыу үҙәге лә уңышлы эшләй. 2013 йылда асылған бүлектә Оборона министрлығы өсөн белгестәр әҙерләнә. Тәүге сығарылыш 2018  йылда буласаҡ.
Константин Селютин, Өфө дәүләт авиация-техник университеты  хәрби уҡыу үҙәгенең эшсе төркөмө етәксеһе: «Беҙгә Берҙәм дәүләт имтихандарын уңышлы тапшырған төплө белемле егеттәр уҡырға инә. Улар хәрби тәртип шарттарында белем ала. Өҫ кейеме бирелә. Беҙгә уҡырға инергә теләк белдереүсе егеттәрҙе  хәрби комиссариаттар әҙерләй. Улар бөтәһе лә конкурс нигеҙендә ҡабул ителә».
Марат Гәрәәев бәләкәйҙән хәрби летчик булырға хыяллана.
Юғары-техник уҡыу йортона ул бала саҡ хыялын тормошҡа ашырыу өсөн  килгән. Уға конкурсты уңышлы үтеп, һөҙөмтәләрҙе көтөргә генә ҡала.
Башҡорт дәүләт университетының ҡабул итеү комиссияһында ла ҡыҙыу эш мәле. Бында уҡырға инергә теләүселәр араһында иң популяр һөнәрҙәр - хоҡуҡ нигеҙҙәре, тарих, эшҡыуарлыҡ хәүефһеҙлеге һәм  телдәр өйрәнеү йүнәлештәре. Сит телдәр факультетында бер урынға егерме биш кеше дәғүә итә.
Физика, математика, география йүнәлештәрендә белем алырға теләүселәр һаны кәмемәгән. Тарих факультетына уҡырға инергә теләүселәрҙең юғары уҡыу йорто үткәргән ғилми сараларҙың һөҙөмтәләре менән сертификаттары ла иҫәпкә алына.
Заман үҫмерҙәренә буласаҡ һөнәрҙәренә урта синыфтарҙа уҡығанда уҡ әҙерләнә башлау мөмкинлеге бар. Ваҡытты дөрөҫ файҙаланғанда, буласаҡ һөнәреңә кәрәкле фәндәрҙе яҡшы итеп өйрәнгәндә, Берҙәм дәүләт имтихандарын яҡшы һөҙөмтәләр менән тапшырып, күңелең ятҡан уҡыу йортоноң ишектәрен ҡыйыу асып инергә була.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика