Йәштәрҙе экстремиздан ҡурсалау төп бурыс 16.06.2016

Был турала бөгөн республика ректорҙар советы ултырышында билдәләнде.

Экстремизм, күрә алмаусанлыҡ йәштәр араһында тиҙ таралыусан. Шуға ла тотош донъялағы ҡатмарлы осорҙа йәштәрҙе радикаль ҡараштарҙан ҡурсалау мөһим. Һуңғы осорҙа бигерәк тә дини экстремизмдың таралыуы, йәштәрҙең төбәк өсөн хас булмаған ышаныуҙар менән мауығыуы борсолоу уята тип билдәләнде совет ултырышында. Республика уҡыу йорттарында атап үтелгән күренештәрҙе иҫкәртеү өсөн етди саралар күреү мөһим. Йәштәрҙең рухи-мәҙәни ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереү, киләсәк быуынды ата-бабалар рухында тәрбиәләү  беҙҙең ерлеккә хас булмаған төрлө тәғлимәттәрҙең таралыуына ныҡлы кәртә булып тора тигән фекерҙә Башҡортостан ректорҙар советы рәйесе Раил Әсәҙуллин.
Раил Әсәҙуллин, Башҡортостан ректорҙар советы рәйесе: «Ысынлап та, донъяла агрессия арта бара, сәбәптәрен аңлап өлгөрөп тә булмай хатта. Бындай шарттарҙа ултырышта күтәрелгән мәсьәлә айырыуса көнүҙәк. Берҙән, йәштәрҙе ҡурсаларға кәрәк. Икенсенән, беҙ бит киләсәктең етәкселәрен әҙерләйбеҙ. Улар экстремизмдың нимә икәнен аңлап эш итергә тейеш».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика