Йәшел ылымыҡ теплица культураларының уңдырышлылығын арттыра 13.03.2017

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ғалимдары студенттар менән берлектә был теорияны практикала иҫбатлаған. Хлорелла суспензияһы үҫемлектәрҙең тәбиғи үҫешенә юғары тәьҫир итеп, иммунитетын күтәрә. Шыйыҡсаның үҙҡиммәте лә, төрлө дарыу, онтаҡҡа ҡарағанда,  йөҙ тапҡырға түбәнерәк.  

Был йәшел шыйыҡса микроэлементтар һәм витаминдарға бай, шунлыҡтан уңдырышлылыҡ күләме лә 15-20 процентҡа юғары буласаҡ. Тере микроылымыҡтар менән эшкәртелгәндән һуң фасоль һәм башҡа теплица культураларының орлоҡтары тиҙ шыта һәм үҫә, япраҡ яра.
Ә бына эшкәртелмәгән орлоҡтар киреһенсә, көсһөҙ күренә, төрлө ауырыуҙарға тиҙ бирешеүсәндәр. Был аңлашыла, ылымыҡ тәбиғи антибиотикҡа тиң, уның дауалау үҙенсәлектәре күп.
Лира Ғайсина, М. Аҡмулла исемендәге башҡорт дәүләт педагогия университетының кафедра мөдире, биология фәндәре докторы: «Күреүегеҙсә, хлорелла суспензияһы биореакторҙа етештерелә. Бында ылымыҡ өсөн туҡландырыу мөхите булдырылған. Микроүҫемлектәр бик әрһеҙ, беҙҙән шыйыҡсаны болғатып, яҡты урынға ултыртыу ғына талап ителә. Ике аҙна уларҙы ошондай шарттарҙа тотабыҙ һәм тере ашлама - биопестицид әҙер».
Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ғалимдары студенттар менән берлектә тикшеренеүҙәр алып барыр өсөн ылымыҡтың хлорелла вулгарис штаммын Германиянан заказ буйынса килтерелгән. Микроүҫемлектең был төрө быуаларҙа, күләүектәрҙә йыш осрай. Әйткәндәй, Өфөлә был юҫыҡта тәжрибәләр Башҡортостандың бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ өсөн төбәк инжиниринг үҙәгендә үтә. Буласаҡ биотехнолог Резеда Аллағыуатова ла яңы проектты тормошҡа ашырыуҙа ҡатнаша, ул башлыса микроскоп менән эш итә.
Хлорелла суспензияһы экологик  яҡтан хәүефһеҙ, йәшел шыйыҡсаны, хатта, кешеләр ҙә эсә ала,-ти биология фәндәре докторы Лира Ғайсина. Әйткәндәй, лаборатор шарттарҙа ойошторолған һынауҙар эшкәртелгән орлоҡтарҙың сығышы 20-40 процентҡа юғары булыуын күрһәтә. Тимәк, препаратты ауыл хужалығында ҡулланыу күпкә отошло, иҫәпләүҙәр буйынса бер литр хлорелла - 12 мең һумлыҡ килем килтерә ала. Ә инде вуз кимәлендә тәжрибәләр ойоштороу - студентарға теоретик яҡтан ғына түгел, практик йүнәлештә лә нығынырға булышлыҡ итә.
Вуз ғалимдары студенттар менән берлектә хлорелла суспензияһын лаборатор шарттарҙан тыш, теплицаларҙа һынап ҡарарға ниәтләй. Тәжрибәләр республиканың «Алексеевский», йә «Рощинский» совхозында үтеүе ихтимал. Артабан башҡа хужалыҡтарға ла сығыу күҙаллана.  Бизнес-план әҙер. Әйткәндәй, был стартап федераль кимәлдә лә хуплау тапҡан.  
Проект үҫеше өсөн 15 миллион һум аҡса талап ителә. Университет белгестәре был сығымдарҙы ҡаплатыу өсөн инвесторҙар эҙләй. Тиҙҙән улар фәнни асышы менән Мәскәүге юллана. Рәсәй венчур компанияһы тарафынан ойошторолған интенсив дәрестә яҡташтарыбыҙ уңышлы сығыш яһап, бизнесмендар менән мөһим килешеүҙәр төҙөр тигән ышаныс бар.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика