Йәш төҙөүселәр балалар баҡсаһында тәрбиәләнә 10.11.2016

Бөгөн Өфөнөң 30-сы мәктәпкәсә учреждениеһы кескәйҙәре оҫталығын асыҡ дәрестә  лә күрһәтте.

Әкиәт геройҙары, уйынсыҡ кирбестәр, йөк машиналары, ҡоралдар. Йорт  һалыу дәртле көй аҫтында бүлмә эсендә бара, әммә  эш тәртибе боҙолмай. Өй күтәреү өсөн тәүҙә чертежын һыҙып, проект әҙерләп алырға кәрәк. Унан инде кирбес ташырға ла,  объектты күтәрә башларға ла мөмкин.  Ниндәй материалдан икәнен хужа үҙе хәл итә, Малайҙар күберәк кирбесте һайлай, ә бына ҡыҙҙар тиҙерәк биҙәкләү яҡлы.
Эште  сифатлы ғына түгел, тиҙ һәм ваҡытында ла башҡарып сығырға кәрәк. Шуға күрә йорт һалыу ярыш формаһында бара, кескәйҙәр ике  төркөмгә бүленеп эшләй.  Шунда уҡ  төҙөлөш  өлкәһендәге һөнәрҙәр хаҡында мәғлүмәт тә бирелә.
Балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре фекеренсә, һөнәр һайлау балалар баҡсаһында уҡ башланырға тейеш. Был түңәрәк  шулай уҡ кескәйҙәрҙең фекерләү ҡеүәһен дә, зиһенен дә үҫтерә. Чертеж һыҙыу моториканы яҡшырта, кирбестәрҙе һанау математик белемде үҫтерә һәм башҡалар. Бында тәрбиә эше менән белем биреү  бергә ҡушыла.
Киләсәктә балалар  баҡсаһында оҫталар ҡаласығы асырға ла уйлайҙар. Әле хеҙмәткәрҙәр был  бүлмә өсөн кәрәк-яраҡтар теүәлләү менән мәшғүл. Заман барлыҡ мәғариф учреджениеларынан яңыса эшләүҙе талап итә, ә бөгөнгө  кескәйҙәрҙе ҡыҙыҡһындырыу еңел түгел. Шуға беҙ һәр саҡ эҙләнеү юлында, ти педагогтар.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика