Йәкшәмбе  Бөтә Рәсәй география диктантына Башҡортостан да ҡушылды 21.11.2016

Ил Президенты Владимир Путин башланғысында уҙғарылған акция быйыл икенсегә үтте. Күләмле сарала быйыл республикабыҙ лидерҙар иҫәбендә, диктант 104 урында ойошторолдо. Яҙма эш өсөн 45 минут ваҡыт бирелде. Тест һорауҙарында география терминдарына, географик объекттарға һәм бирелгән текст буйынса ниндәй урын тураһында һүҙ барғанын аңлатыу талап ителде.

География буйынса Бөтә Рәсәй диктанты халыҡтың белем кимәлен тикшереүгә, үҫеп килеүсе быуында фәнгә ҡыҙыҡһыныу уятыу маҡсатына ҡоролғайны. Диктант һөҙөмтәләре тиҙҙән Рус географияһы йәмғиәтенең рәсми сайтына урынлаштыраласаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика