Виртуаль киңлектәрҙә телде уҡытыу мөмкинме?

Виртуаль киңлектәрҙә телде уҡытыу мөмкинме? 10.02.2015

Була ,тип иҫәпләй йәштәр. Бер төркөм программистар  башҡорт телен уҡытыуҙың заманса алымдарын тәҡдим итә. Улар  балаларҙы үҙ телебеҙҙә эшләнгән онлайн уйындар, роликтар ярҙамында ҡыҙыҡтырырға иҫәп тота. Ә бит мәғариф белгестәре заманса шарттарҙа уҡытырлыҡ башҡорт әсбаптары әҙерләүсе коллективтар юҡ тигәйне.   Баҡтиһәң, улар үҙебеҙҙең арала.

Дмитрий Баринов рус милләтенән. Егет бер нисә йыл дауамында  башҡорт телен үҙаллы  өйрәнә. Репетиторҙар ярҙамында телде ярайһы ғына үҙләштергәс, башҡортса  йырлай башлай. Кемдәргәлер был сәйер тойола. Икенсе милләт вәкиленең башҡорт  теле менән ҡыҙыҡһыныуына аптырарға түгел. Башҡортостанда йәшәгәс, дәүләт телен белеү мотлаҡ , тип һанай егет.
Әлеге йәштәрҙең башҡортса аралашыуҙан ситләшеүе  бер мәсьәлә. Ә бына киләсәк быуын ата-баба телендә һөйләшерме? Был һорау менән борсолоусы йәштәребеҙ ҙә юҡ түгел. Бер төркөм  егеттәр башҡорт телен интернет аша өйрәтеү теләге менән яна. Инглиз, рус, татар һәм башҡа милләттәр виртуаль киңлектәрҙә  күптән үҙ телен өйрәтеүсе сайттар булдырған. Тиҙҙән унда башҡорт теленә арналған сәхифәләр ҙә барлыҡҡа киләсәк.
«Белемле башҡорт» сайты булдырыу ниәте  «Башҡорт» йәмәғәт ойошмаһы ағзаларында быйыл   ғинуар айында ғына тыуа. Ринат Әлибай уның проектын әҙерләгән.  Уға  республикала, Силәбелә, һәм Мәскәүҙә йәшәүсе миләттәштәребеҙ  ярҙам итергә теләк белдергән. Әүҙем ватандаштарыбыҙҙың береһе  - башҡортса «Бәйләнештә» сайтын булдырыусы Илдар Кинйәбулатов. Ул әле үҙ проекты өҫтөндә эшләй. Интернетта башҡортса  «Электрон китапхана» туплай.
Ирекмәндәр сайтты Интернет булған ерҙә асып  башҡорт телен, әҙәбиәтен, мәҙәниәтен, тарихын  үҙләштереп буласаҡ, тигән фекерҙә.  Өйрәтеү  аудио- видеоматериалдар, тестар, уйындар аша алып барыла.
Сайтта эшләргә  мөхәррирҙәр, телде белеүселәр, методистар һәм башҡа белгестәр талап ителә. Төркөмгә әле ун биш кеше  алынған. Туған телебеҙҙең яҙмышына битараф булмаусылар был изге эштә ҡатнашырға әҙер.    
Ойоштороусылар «Белемле башҡорт» сайты  быйыл беренсе сентябрҙән эшләй башлар тип күҙаллай.
Дистанцион уҡыу беҙҙә тәүге аҙымдарын яһай тиһәк яңылыш булмаҫ. Уҡытыусылар  әйтеүенсә, мәғлүмәт  технологиялары  өлкәһендә Рәсәйҙә тәжрибәле белгестәр аҙ. Ситтән белем алыу өсөн хатта  рус телендәге сайттар ҙа  етерлек түгел.  Республика башҡорт лицей-интернатында  информатика дәрестәре өсөнсө йыл инде  Интернеттағы «Хан академияһы» ярҙамында үтә. уҡытыу инглиз телендә алып барыла. Унда  математика, геометрия, биология һәм башҡа фәндәрҙе лә үҙләштерергә була. Ҡулланыусылар фекеренсә, донъяла ул   иң уңышлы эшләп килгән сайттарҙың береһе. Уның аша  миллионлаған кеше  белемен камиллаштыра. Сөнки башҡалары менән сағыштырып ҡарағанда, ул  бар яҡлап та камил. Беҙҙең егеттәр ҙә  туған телде ситтән тороп үҙләштереүҙе мөмкин тиклем ҡыҙыҡлы алып барырға һәм  барыһына  ла аңлашылған формала ойошторорға ниәтләй. Башҡорт телен таратыу  мохтажлығы ҙур, иң мөһиме, уны заманса алымдар менән өйрәнергә теләүселәр бар.    
Интернетта башҡорт   «Википедияһы»,  «Бәйләнештә» сайтының башҡортса варианты бар, башҡорт гәзит-журналдарын һәм башҡа материалдарҙы селтәрҙә  туған телебеҙҙә уҡый алабыҙ. Телде һаҡлап ҡалыу, уны киң даирәлә ҡуллана алыуҙа Интернет ресурстарын  файҙаланыу көн талабы.  
Рәмилә Исмәғилева

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика