Ватанға тоғролоҡ бәләкәйҙән тәрбиәләнә

Ватанға тоғролоҡ бәләкәйҙән тәрбиәләнә 08.07.2015

Үҫмерҙәрҙе дөрөҫ юлға баҫтырыу, уларға  тәрбиә биреү маҡсатында ошо көндәрҙә Илеш районының «Орленок» балалар йәйге лагеры базаһында махсус төркөм эш башланы. Лагерҙа балалар йорто тәрбиәләнеүселәре, иҫәптә торған балалар ял итә. Үҙәктә улар сынығыу мәктәбе үтә,  ҡул көрәшенә, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә үҙҙәрен тоторға өйрәнә.

Ял бер аҙнаға иҫәпләнгән. Ошо ваҡыт эсендә балалар менән психологтар, социаль хеҙмәткәрҙәр, наркоконтроль белгестәре шөғөлләнә. Улар Рәсәй эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты курсанттары күҙәтеүендә тәртипкә өйрәнә.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика