"Урал батыр" эпосын яттан һөйләүселәр республика конкурсы еңеүсеһе Ишембайҙан 02.07.2016

Бөрйән районында 18 йыл рәттән ойошторолған йәш сәсәндәр бәйгеһе тамамланды. Был юлы сарала республика район-ҡала мәктәптәренән тыш, Силәбе өлкәһендә йәшәүсе милләттәштәребеҙ ҙә ҡатнашты.

Мәктәп уҡыусылары "Шүлгәнташ" ҡурсаулығы экскурсоводтары һөйләгәндәрен иғтибар менән тыңлай. Һәр бер мәғлүмәтте күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа тырыша, фото-видеоға ла төшөрә барҙы. "Урал батыр" эпосын яттан һөйләүселәр конкурсында ҡатнашыусылар өсөн "Шүлгәнташ" мәмерйәһенә экскурссия ойоштороу матур йолаға әйләнгән. Эпик ҡомартҡыны башынан аҙағынаса яттан белгән балалар боронғолоҡтоң ҡайҙан тамыр алыуын үҙ күҙҙәре менән күреп,  һығымта яһай.

Урында уҡ уҡыусыларға билдәле фольклор белгестәренең фекерен дә ишетеү бәхете тейҙе. Ер-һыу атамаларының дөрөҫ әйтелеше хаҡында хәбәрҙар булды.

"Урал батыр" эпосын яттан һөйләүселәр конкурсы быйыл да үҙ маҡсатына иреште. Күркәм сарала республика төрлө мәктәптәренән тиҫтәләрсә уҡыусы ҡатнашты. Улар әҙәби мираҫты  тасуири һөйләп кенә ҡалманы, шартына килтереп милли кейемдәрҙә лә сығыш яһаны. Улар араһында Учалы районының Яңы Байрамғол ауылынан Ләйсән Золотарева ла бар.

Ләйсән эпосты тулыһынса яттан белә. Ә ул дүрт мең ярым юл! Ҡыҙҙы ярты төндә уятып  "Урал батырҙың "ниндәй ҙә юлын һорағанда шунда уҡ һөйләп бирергә әҙер. Ләйсәндең тасуири һөйләүе,  образға инә белеүе, ҡурай, ҡумыҙ, думбыра кеүек музыка ҡоралдарында оҫта уйнауы һәр кемде әсир итте. Уның төрлө тауыштар сығарып ҡумыҙ сиртеүенән тәндәр зымбырлап китә.

Тырыш ҡыҙға башта өләсәһе, һуңынан ата-әсәһе эпосты ятларға ярҙам итә. "Урал батыр"ҙы балалар ятлап ҡына ҡалмай, әҫәрҙән өҙөк тә сәхнәләштерҙе. Бәйге һуңында улар Маҡтау грамоталары менән бүләкләнде. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса инсценировка, сәхнә костюмдары буйынса Учалы ауылы башҡорт гимназияһы еңеү яуланы.
Ҡобайыр башҡарыусылар, эпосты яттан һөйләүсе сәсәндәр мәктәбен тергеҙеү һәм үҫтереү, халыҡ ижадының иң яҡшы өлгөләрен һаҡлау һәм таратыу, башҡорт халҡының тарихи һәм мәҙәни ҡомартҡыларына һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү сараның төп маҡсатынан һанала. Был йәһәттән "Урал батыр" башҡорт халыҡ эпосын өйрәнеүҙә һәм популярлаштырыуҙа ҙур роль уйнай.

Бәйге һөҙөмтәләре буйынса "Урал батыр" эпосын яттан һөйләүселәр республика конкурсында быйыл Ишембайҙан Гөлфрүз Хисмәтуллина еңеү яуланы. Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се гимназия-интернаты уҡыусыһының сарала бишенсегә ҡатнашыуы.

Башҡорт халҡының алтын мираҫы "Урал батыр" эпосын яттан һөйләүселәр республика конкурсы быйыл 18 тапҡыр ойошторолдо. Сара йылдан йыл ҡатнашыусылар һанын арттырып ҡына ҡалмай, географияһын да киңәйтә. Өҫтәүенә, бығаса ҡатнашмаған республика район-ҡала мәктәптәренең дә килеүе сараға оло мәртәбә өҫтәй, тигән фекерҙә ойоштороусылар.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика