Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы көньяҡ-көнсығыш төбәкте һәм республиканың башҡа район-ҡалалары өсөн белгестәр әҙерләй 25.11.2015

Ошо көндәрҙә белем усағына нигеҙ һалыныуға ҡырҡ йыл тулды.  Ошо уңайҙан колледжда  училище ветерандары, ҡасандыр ошонда белем алыусылар һәм йәш быуын вәкилдәре осрашты.

1975 йылда 29-сы һөнәрселек училищеһы булып асылған уҡыу йорто ошо дәүер эсендә алты тапҡыр үҙ исемен үҙгәртте. Бөгөн ул Баймаҡ, Әбйәлил, Бөрйән райондары студенттарын берләштергән Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы. Исемен үҙгәртһә лә, есемен, үҙ бурыстарын үҙгәртмәне. Әлегәсә уҡыу йортоноң төп йүнәлеше-ауыл хужалығын кәрәкле белгестәр,  хеҙмәт баҙарын эшсе кадрҙар менән тәьмин итеү. Юбилей сараһы уҡыу йортон тамамлаған элекке студенттарҙың һәм ветеран уҡытыусыларҙың осрашыу урынына әүерелде. Ваҡытында училищены бөгөнгө көндә алдынғы ауыл хужалығы эшсәндәре, үҙ эштәрен булдырған фермерҙар, яуаплы урын биләгән дәүләт эшмәкәрҙәре тамамлаған.
Ҡырҡ йыл эсендә һөнәрселек училищеһы ете меңдән ашыу студентты-ул тракторсы-машинист,йорт хужабикәһе, һатыусы, ашнаҡсы кеүек эшсе һөнәр эйәләрен  уҡытып сығара. Бөгөн уҡыу йорто ун һигеҙ йүнәлеш буйынса белем бирә. Бының өсөн колледжда заман талаптарына яуап биргән матди-техник база булдырылған.
Колледждың юбилей сараһында уҡыу йортоноң тәүге директоры, уҡытыусылар сығыш яһаны, хәтирәләре менән уртаҡлашты. Шулай уҡ сара барышында профессиональ белеем биреү өлкәһендә фиҙәкәр хеҙмәте өсөн уҡыу йорто хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт хаттары тапшырылды.
Уҡыу йорто асылған ваҡыттағы кеүек үк бөгөн дә колледж үҙ актуаллеген юғалтмай. Сөнки хеҙмәт баҙарында эшсе һөнәрҙәр -көн ҡаҙағында. Юғары уҡыу йортон тамамлап та, урындағы колледжда яңынан үҙ белемен камиллаштырыусылар юҡ түгел. Тимәк, уҡыу йортоноң киләсәге яҡты һәм өмөтлө.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика