Ҡулға балта алырғамы, әллә көтөргәме?

Ҡулға балта алырғамы, әллә көтөргәме? 13.12.2016

Ҙур ҡаршылыҡтар аша белемгә ынтылыу  Ауырғазы районы Иҫке Күҙәкле ауылы балаларына ла еңел бирелмәй. Улар   12 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Ишле мәктәбенә үҙҙәре йөрөп уҡый. Автобус бүлеү мәсьәләһе әлегәсә асыҡ ҡала.

Ата-әсәләр балаларын Ишле мәктәбенә уҡырға  үҙҙәре ташый. Машинаһы булғандарҙың проблемаһы юҡ тип әйтер инең, тик гел генә  яйы ла тура килмәй. Һөҙөмтәлә,  юлға сығып таныш булмаған транспортҡа ултырыу осраҡтары ла юҡ түгел. Йәйәү атлар инең - алыҫ. Иҫке Күҙәк менән Ишле  араһы 12 саҡрым самаһы. Уҡыу йылы башында вәғәҙә ителгән автобус әлегәсә юҡ. Календарҙа  - декабрь уртаһы. Әйткәндәй, проблема бер Иҫке Күҙәк ауылы халҡыныҡы ғына түгел.
Иҫке Күҙәк ауылында мәктәп бар-барлыҡҡа. Тик ул 2012 йылда башланғыс синыф уҡыусылары өсөн тип ҡалдырылғанға, балалар күрше ауылдағы белем усаҡтарына йөрөп уҡырға мәжбүр. Ә иҫке күзәктәр балаларын урындағы мәғариф учреждениеһында уҡытыуҙан тартына, сөнки...
Район хакимиәтенең мәғариф бүлеге автобустың аҙна аҙағына тиклем бүленәсәге хаҡында хәбәр итте. Транспортың әлегәсә килмәүен улар тейешле инстанцияларҙа рөхсәт ҡағыҙҙары тултырылыуға бәйләй.
Тимәк, ауырғазыларға Ишле мәктәбенә бөрйәндәр кеүек үк балта тотоп барырға кәрәк булмаҫ тип ышанғы килә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика