Ул 1956  йылдан уҡытыусы булып эшләй 08.11.2016

57 йыл  Өфөлә химия фәненән уҡыта. Лиза Ҡыям ҡыҙы Әғәҙуллинаның хеҙмәт биографияһын Гиннестың рекордтар китабына ла индерергә булыр ине. Ул Рәсәйҙең иң емешле эшләүсе химия уҡытыусыһы. Тыуған илебеҙ мәғарифына ҙур өлөш индереүсе педагогтың эше юғары баһаланған. Уға илебеҙ Президенты Владимир Путин Указы менән Рәсәйҙең Халыҡ уҡытыусыһы тигән маҡтаулы исем бирелде.

Республика инженер лицейында ул ике тиҫтә йылға яҡын мауыҡтырғыс та, серле лә химия фәненән белем биргән. Был китапханала меңдән ашыу хазина. Уларҙы данлыҡлы уҡытыусы илебеҙҙең төрлө ҡалаларынан алып ҡайтҡан. Атаҡлы ғалимдар тарафынан яҙылған китаптарға ташҡа баҫтырылған фәнни асыштарҙы ентекле  өйрәнеп, уның уҡыусылары Бөтә Рәсәй олимпиадаларында уңышлы сығыш яһаған. Төпсөр,ҡыҙыҡһыныусан егеттәр юғары техник уҡыу йорттарының ишеген ҡыйыу асып инеүселәрҙән.
Был түңәрәк өҫтәл артында  инженерҙар әҙерләүсе лицейҙыңиң алдынғы уҡыусылары. Улар бөтәһе лә Республика һәм Рәсәй кимәлендә химия фәне буйынса олимпиада еңеүселәре.  Егеттәрҙең уҡытыусыһы, химия фәндәре кандидаты Айнур Ғүмәров та Лиза Әғәҙуллинаның уҡыусыһы.
Айнур Мансур улы химия дәресе мауыҡтырғыс һәм ҡыҙыҡлы булһын өсөн махсус ысулдар уйлап сығармай. Лиза Ҡыям ҡыҙы кеүек классик белем биреүгә өҫтөнлөк бирә һәм уҡытыусыһының һаналған белем биреү алымдарынан да ситләшмәй.
Лиза Әғәҙуллинаға  мәктәп директорҙары үтенесе буйынса бер юлы өс мәктәптә химия фәнен уҡытырға тура килә. Үҙ артынан химия фәнен бик яҡшы белгән меңәрләгән  уҡытыусылар, табиптар әҙерләгән. Лиза Ҡыям ҡыҙы бөгөн дә үҙен мәктәптә, бары тик уҡыусылар янында ғына тулы бәхетле кеше итеп тоя.
Изге Ҡөръәндә уҡытыусы хеҙмәтен юҡҡа ғына пәйғәмбәр хеҙмәтенә тиңләмәйҙәр. Ғүмерен мөғәллимлек эшенә арнаған  данлыҡлы педагог инде нисә быуын  уҡыусылары өсөн изге күңелле, иғтибарлы, ғәҙел һәм намыҫлы кеше булып ҡала.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика