Уҡыу йылы башланырға аҙна тирәһе ваҡыт ҡалды 24.08.2016

Белем усаҡтарында әле  әҙерлек эштәре тамамлана. Быйылдан Өфөнөң Октябрь районындағы 159-сы мәктәптә башланғыс синыфтар өсөн яңы уҡыу бүлмәһе сафҡа инәсәк. Ул электрон уҡытыу өсөн тейешле ҡоролмалар менән йыһазландырылған.

Кабинетҡа күп функциялы интерактив таҡта,  өҫтәлдәр һәм башҡа кәрәк-яраҡтар һатып алынған.  Шулай уҡ уҡыусылар менән ата-әсәләргә тәғәйенләнгән «мәғлүмәт киоскының» урынлыштырылыуы ла әһәмиәтле. Ул ғәҙәти мәғлүмәт стендын алыштыра. Унда электрон форматта дәрестәр теҙмәһе, мәктәп яңылыҡтары һаҡланасаҡ. Белем усағында яңы уҡыу йылынан ғәҙәти ҡыңғырауҙан көй ағылыуы ла - мәктәптәге яңы биҙәк.
Наталья Иванцова, Өфөнөң 159-сы урта мәктәбе директоры: «Беҙҙең мәктәптә, быйылғы уҡыу йылында сафҡа инәсәк электрон уҡытыу бүлмәһенән тыш, яңылары ла бар. Урта һәм өлкән синыфтарға тәғәйенләнгән электрон уҡытыу кабинеты ла яңы һулыш алды. Шулай уҡ рус теле һәм әҙәбиәте буйынса ижади лабаратория ла үҙгәрештәр кисерҙе».
Уҡыусыларҙы шулай уҡ мәктәп ихатаһында яңыртылған спорт стадионы ла ҡыуандырасаҡ. Уның майҙаны - 4 мең квадрат метр. Спорт майҙансығына йүгереү өсөн резина юл һалына. Йыл әйләнәһенә эшләйәсәк спорт майҙансығында ГТО нормаларын тапшырырға мөмкин буласаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика